Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеүәт27.05.2014
Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеүәт
Башҡортостан бихисап социаль-иҡтисади күрһәткес буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Билдәле халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары республика эшмәкәрлегенә һәр ваҡыт юғары баһа бирә. Бында, әлбиттә, илебеҙ именлеге өсөн арымай-талмай, намыҫ менән эшләгән хеҙмәт кешеләренең роле ҙур. Тап уларҙың юғары профессионаллеге, эшкә яуаплы ҡарашы төбәктең уңышлы үҫешенә булышлыҡ итә.


Республика йортонда Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Йыйылғандар төрлө һөнәр эйәһе булһа ла, уларҙы уртаҡ һыҙат берләштерә: ҡасандыр үҙҙәре һайлаған эштәренә тоғро булыуҙары һәм уны намыҫ менән яратып үтәүҙәре. Шулай итеп, республика Президентының Указына ярашлы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһы дикторы Рәсимә Кәримова (Репкина) – “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, отличие билдәләренә, маҡтаулы исемдәргә шулай уҡ сәнғәт, фән, мәҙәниәт, сәнәғәт, урман хужалығы, транспорт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, матбуғат һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре – йәмғеһе 45 кеше – лайыҡ булды. Наградаларҙы Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы. Күрһәткән тырышлыҡтарының дәүләт тарафынан юғары баһаланыуы өсөн ихлас ҡыуаныуын йәшермәне бүләкләнеүселәр. Тағы ла дәртлерәк, һөҙөмтәлерәк эшләү өсөн этәргес көс кенә булды награда, тине улар.



Миңзәлә БАЙМЫРҘИНА, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Бөгөнгө награда – оҙаҡ йыллыҡ хеҙмәт емеше. Ул беҙҙе тағы ла яңы үрҙәргә әйҙәй. Район, республика халҡының именлеге өсөн артабан да тырышып эшләргә тейешбеҙ.
Хәлил ШӘРИПОВ, Әлшәй район ветеринария станцияһы начальнигы:
– “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыу – минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Был өлкәлә 25 йыллыҡ стажым бар. Эшемде яратып башҡарам, шуға күрә тейешле һөҙөмтәләр ҙә бар.
Эльвина ХӨСӘЙЕНОВА,
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары:
– Барлыҡ ғүмерем еңел булмаған хеҙмәткә бәйле. Балалар табибы һөнәрен һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем. Байтаҡ идея тормошҡа ашырылды. “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исемен алыу балалар, ҡатын-ҡыҙ, яңы тормош хаҡына тағы ла дәртләнеберәк эшләргә көс бирер, тип уйлайым.


Вернуться назад