Йәш журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" тигән әҫәренән өҙөктәр гәзиттә баҫылды. Ниһайәт, ул 2013 йылда китап булып нәшерләнде. Китап шунда уҡ һатып алынып бөттө, сөнки автор үҙ повесында уйлап сығарылған ваҡиғаларҙы түгел, ә ысын дәлилдәргә таянып, үҙ елкәһендә етемлек ғазабын татып, балалар йорто етәкселәренең ғәҙелһеҙлеген, выжданһыҙлығын үҙ күҙе менән күргән, йөрәге аша михнәттәрҙе үткәргән кеше булараҡ яҙған. Шуға ла унда яҙылған фажиғәләрҙең дөрөҫлөгөнә ышанмау мөмкин түгел. Автор шаршау артында йәшенеп, балалар йортонда етем балалар иҫәбенә шашып йәшәгән етәкселәрҙең йөҙөн асты. Был китапты күҙ йәшһеҙ уҡып булмай.
"Детдом" һүҙе беҙҙең телебеҙгә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында килеп инә. Беҙҙең ауылдан әрмегә яраҡлы ир-ат 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алына. Бер йылдан һалдаттарҙың хаты һирәгәйә, "ҡара ҡағыҙ"ҙар килә башлай, йә булмаһа улар хәбәрһеҙ юғала. Итәк тулы бала менән ҡалған ҡатындарға сабыйҙарын аҫрау мөмкинлеге бөтә. Был 1943 йыл була. Балалар септик ангинанан күпләп үлә. Хөкүмәт, күрәһең, киләсәк быуынды һаҡлап ҡалыу маҡсаты менәндер, балалар йорто асыу хаҡында бойора.
Ауырыу сәбәпле, атайым Ғибаҙулла Бейешев һуғышҡа яраҡһыҙ тип табыла. Уны хеҙмәт армияһына алалар һәм үҙе йәшәгән ауылда детдом асырға тип бойороҡ тотторалар.
Ҡола ялан, бина юҡ... Атайым бик тәүәккәл, эшкә шәп, тоғро һәм яуаплы кеше ине. Ул ныҡлап эшкә тотона, балалар йыя башлай. Тәрбиәсе булырҙай белемле кешеләр ҙә юҡ. Ете класс тамамлаған тәрбиәселәр алына, сөнки улар белемле һаналған. Тоғро, күңеле саф, кеше ҡәҙерен белгән апайҙар ине.
Балаларҙы йыйырға бер генә йорт бар, шунда тупланылар. Ә ашхана юҡ. 1944 йылдың яҙы. Ситәндән ашхана үрҙеләр, усаҡ һалдылар, ҡаҙан аҫтылар, тышҡа өҫтәл, ширлек эшләнеләр ҙә шунда бешереп ашаталар ине. Беҙ, директор балалары, икмәкһеҙ картуф, ҡабаҡ кимерәбеҙ, ә детдом балалары арыу аш, икмәк ашай, Америка ебәргән кейемдәрҙе кейә. Беҙ иһә ялан аяҡ, өҫ-башыбыҙ алама. Быны мин ул саҡтағы етәкселәрҙең тоғролоғо, ғәҙеллеге, выжданы алдында саф булыуҙары, ҡушылған эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуҙарына ғәжәпләнеп яҙам. Бөгөн донъяның киреһен күрәбеҙ. Аҡса, байлыҡ алда йөрөй. Үҙеңдең көс менән аҡса табыу түгел, тик кемдеңдер иҫәбенә хәлләнеү хуплана. Кеше тураһында уйламау, выжданһыҙлыҡ, хаяһыҙлыҡ хөкөм һөрә.
Һуңғы 20 йылда балалар баҡсаларының етешмәүе, мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре тураһында күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, әммә эш еренә еткерелеп эшләнәме-юҡмы, уныһы ҡараңғы. Әҙ-мәҙ алға китеш тә бар һымаҡ, ябылып бөткән мәктәптәрҙе иҫәпкә алмаһаҡ. Ә бына балалар йорттары тураһында бер ерҙә әйтелмәй ҙә, һөйләнелмәй ҙә. Телгә алһалар ҙа, бөтәһен дә ал да гөл итеп һүрәтләйҙәр. Ә детдомдарҙа эш етәкселәр ҡулына тапшырылған, уны үҙҙәренә нисек кәрәк, шулай башҡаралар. Тикшереүселәр, әйтерһең дә, улар менән бер юлда.
Күптән түгел Мәскәү телевидениеһы ла бер фильмда шул детдом иҫәбенә миллиардер булып киткән етәкселәрҙе күрһәтте. Беҙҙең республикала ла ундай уғрыларҙың булыуы бик ихтимал, сөнки килемле урынға ҡайһы бер ҡомһоҙ чиновниктарҙың үҙ кешеләрен ҡуйыу осрағы ла юҡ түгелдер.
"Шаршау күтәрелде" тигән мәҡәләһендә ("Башҡортостан", 2014 йыл, 18 апрель) Таңсулпан Ғарипова әйтеүенсә, был осраҡта балалар йорттарына етәкселек иткәндәргә, юғарынан яуаплы кешеләргә күп һорауҙар бирге килә. Етем балалар яҙмышына кем яуаплы? Мәғариф өлкәһендә был эш ҡасан юлға һалыныр? Ҡасан унда эшләгән кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәренең ялыуҙарын ысын мәғәнәһендә тикшереп, тейешле һығымта яһалыр, ғәҙел ҡарар сығарылыр?
Балалар йортоноң эске ысын донъяһының шаршауын Айгиз күтәрҙе. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр эштең былай булыуына, ҡара эштең асылыуына шаңҡып ҡалғандыр. Шулай ҙа хәҙер был етди мәсьәләгә юғарынан иғтибар итеүселәр булыр, иртәнсәк күҙе күгәргән, бите тырналған, аяғы аҡһаған балаларҙың һаны кәмер, йә булмаһа, етәкселәр, тәрбиәселәрҙең хаяһыҙлығына түҙмәй үҙен йәки иптәшен яҡлап һүҙ әйткәндәрҙе колонияға йә психиатрия дауаханаһына оҙатыуҙарға сик ҡуйылыр кеүек. Ул балалар үҙ яҙмышын һорап алмаған, улар ҙа лайыҡлы йәшәүгә хоҡуҡлы. Балалар йорттары урамында ла ысын байрам булыр тип ышанайыҡ.
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
"Башҡортостан"дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.
Өфө ҡалаһы.