Тәүге “кукурузник”ты кем алып ҡайтҡан?24.05.2014
Тәүге “кукурузник”ты кем алып ҡайтҡан?
“Ан-2” самолетын ҡуллана башлауға 60 йыл тулыу уңайынан Йөннө ауылы мәктәбендә граждандар авиацияһы ветерандары менән осрашыу үтте.


Тарихтан билдәле булыуынса, 1954 йылда Өфө үҙаллы ауыл хужалығы авиацияһы отряды беренсе “Ан-2”-не ҡабул итә. “Кукурузник” тип йөрөтөлгән самолеттың республикалағы данлыҡлы хеҙмәт юлы шулай башлана. Ул ваҡытта отряд командиры, аэропорт начальнигы булып Иван Огнев эшләй. Ә 2012 йылда “Ан-2” Үрге Йәркәй музейы янындағы постаментҡа ҡуйылды. Бындай ваҡиға Рәсәйҙә тәүге тапҡыр булды.
Юбилей уңайынан уҙғарылған осрашыуҙа яҡташыбыҙ, Федераль авиация хеҙмәтенең Башҡортостан төбәк идаралығында механиктан алып етәксегә тиклем хеҙмәт юлы үткән беренсе класлы бортинженер-инспектор, әле “Өфө“ халыҡ-ара аэропортының диспетчер хеҙмәте начальнигы булып эшләгән Рифғәт Динисламов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “Ан-2” самолетының тәүге командиры, инструктор Николай Узиков, бортинженер-инспектор Анатолий Никонов ҡатнашты. Әйткәндәй, Николай Узиков республикаға Киев ҡалаһынан тәүге “Ан-2” самолетын алып ҡайтҡан була.
Ҡунаҡтар самолет төҙөлөшө тураһында һөйләне, хәтирәләре менән уртаҡлашты, балаларҙың, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сара һуңында авиация ветерандары ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең музейына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.


Вернуться назад