Эҙләп тә таба алманым...24.05.2014
Быйыл миңә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡышларға тура килде. "Башҡортостан" гәзитенә тәүге торған фатирымда яҙылғайным, ярар, киосктан һатып алып уҡырмын әле, тип үҙемде йыуаттым.


Ләкин яңылышҡанмын: киосктарҙа башҡорт телендә нәшер ителгән матбуғат баҫмаларын табып булманы. Ғәжәпкә ҡалдым: халыҡ һаны буйынса икенсе урынды биләгән Стәрле ҡалаһында, дәүләт теле статусына эйә башҡорт телендә сыҡҡан гәзитте уҡый алмай йөрөсәле. Дини әҙәбиәт, татарса баҫмалар тулып ята, тик Башҡортостан Республикаһының дәүләт телендәге әҙәбиәте генә юҡ. Быны нисек аңларға?
Гәзиттәрҙең тиражы түбән, тип зарланабыҙ, ә матбуғатҡа яҙылыу хаҡы һуң? Үтә ныҡ артып китте бит! Ярты йыл һайын ҡиммәтләнә бара. Һуғыш ветерандарына, инвалидтарға льгота ла юҡ. Ҡалала иртән тороуға почта йәшниктәре бушлай таратылған гәзиттәр, төрлө афишалар менән тыңҡыслап тултырыла. Ҡала халҡы гәзиткә яҙылмай, хатта бушлай таратылғанына һорау юҡ...
Ҡала киосктарында үҙебеҙҙең гәзит-журналдарҙы һатыу мәсьәләһе ни өсөн хәл ителмәй? Әллә берәй хикмәте бармы? Минең уйымса, милли матбуғат дәүләт ярҙамына мохтаж, унһыҙ йәшәүе мөмкин түгел. Төп гәзитебеҙҙең быға хоҡуғы барҙыр.






Вернуться назад