Һәр сабый үҙ бәхете менән тыуа тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгө күп балалы әсәләрҙең йөҙөнә яҙылған: ғаиләһе ишәйгән һайын нур арта уларҙа. Республика Хөкүмәтенә лайыҡлы бүләген алырға килгән бер төркөм гүзәл затҡа ҡарап, быға тағы бер тапҡыр инандыҡ.
Башҡортостанда алты мең ярымдан ашыу ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалын йөрөтә. Сираттағы 112-се тантанала 57 гүзәл зат вәкиле бүләкләнде.
— Әсәлекте, аталыҡты, балалыҡты, ғаиләне яҡлау һәм һаҡлау — республика сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, байрамға килгәндәрҙе тәбрикләп. — Республика Президенты ныҡлы бурыс ҡуйҙы: социаль ярҙамдың барлыҡ саралары аныҡ маҡсатҡа йүнәлтелергә, һөҙөмтә бирергә тейеш.
Лилиә Салауат ҡыҙы күп бала тәрбиәләгән әсәләрҙе йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
— Һеҙҙең өлгөлә йәштәр ҙур һәм татыу ғаиләнең йәмғиәт үҫешендә төп нигеҙ булып тороуын күрергә тейеш, — тине ул.