Күҙәтеү ҡаты буласаҡ24.05.2014
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында Рәсәй мәғариф системаһының Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүгә әҙерлеге буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Быйыл илдә 750 мең кеше Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Етешһеҙлектәргә юл ҡуймау өсөн имтиханды ойоштороу схемаһына байтаҡ үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, һынауҙы үткәреү пункттары, төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәктәре видеокүҙәтеү саралары менән йыһазландырыласаҡ, 6 меңгә яҡын кеше уның барышын контролдә тотасаҡ, шулай уҡ имтиханда ҡатнашыусыларға кеҫә телефондарын, башҡа элемтә сараларын файҙаланыу тыйыла.
Дмитрий Медведевтың фекеренсә, бөгөн Берҙәм дәүләт имтиханы системаһы белемде асыҡтан-асыҡ тикшереү мөмкинлеген бирә, ләкин унда етешһеҙлектәр ҙә бар.
Былтыр илдә имтихан үткәреү тәртибен боҙоуҙың бер меңдән ашыу осрағы теркәлде. Нигеҙҙә улар контроль-үлсәү материалдары пакетын алдан асыуға, уҡыусылар тарафынан кеҫә телефондарын файҙаланыуға бәйле.




Вернуться назад