Иңдәргә ҡанат ҡуйған, шул уҡ ваҡытта бер аҙ һағышҡа, күҙ йәштәренә ирек бирҙергән көн бөгөн: республикабыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы бара.
Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, быйыл республикала XI класты — 23 меңдән ашыу, IX класты 41 мең самаһы үҫмер тамамлай. Байрамдың тантаналы өлөшө класс сәғәттәре, уҡыу йылдарын хәтерләүгә ҡоролған дәрестәр менән дауам итәсәк.
Өфөнөң сығарылыш уҡыусылары иһә Совет майҙанында уҙғарыласаҡ “Яҙғы бал” сараһына саҡырылған.
Әлфис ҒАЯЗОВ, Башҡортостандың мәғариф министры:— Һуңғы ҡыңғырау — мәктәп менән хушлашыу ауазы — яңғырай. Алда — имтихандар, хәл итәһе мөһим мәсьәләләр... Ғөмүмән, кисәге уҡыусы бөгөн яңы тормош юлына аяҡ баҫа.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә, сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, артабан белем алыуҙы үҙегеҙ һайлаған уҡыу йортонда уңышлы дауам итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Был көндәрҙә шулай уҡ 30 меңгә яҡын йәш белгес юғары уҡыу йорттарын, тағы ла 20 меңдән ашыу кеше һөнәри учреждениеларҙы тамамлай. Ғилем, аҡыл, фекерләү һәләте, белдеклелек — йәмғиәттең ҙур байлығы, улар бөгөнгө мәғлүмәти донъяла яңы әһәмиәт алды. Йәштәрҙең алған белемен тормошта файҙалы ҡулланырына ышанабыҙ.
Барлыҡ уҡыусыларға, студенттарға, йәш белгестәргә, педагогтарға һәм ата-әсәгә бәхет, һаулыҡ, уңыштар, киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарап йәшәүен теләйбеҙ. Яңы көс менән ҙур бейеклектәргә ынтылып йәшәйек!