ИЗГЕ ЭШ ДОҒАЛЫ БУЛА23.05.2014
Бала булып булмай, тик бала саҡ —
Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил;
Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,
Мәңге сафлап, наҙлан торған ел.


Р. Ғарипов.

Күптән түгел беҙ, Ғафури йәштәре берлеге ағзалары, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йортонда булып ҡайттыҡ.

Башҡортостанда Йәш яҡташтар ассоциацияһы эшләп килә. Был ойошма 2000 йылда барлыҡҡа килгән. Әле уның рәйесе – Айгөл Ишбулат ҡыҙы Хафизова. Бында йыйылған йәштәр, спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа, фән өлкәһендәге конкурстарҙа, хәйриә акцияларында ҡатнашып, әүҙем тормош алып бара. Беҙҙең Ғафури районының йәштәр берлеге лә бына нисә йыл инде емешле эшләп килә.
Балалар йортона барып инеү менән шат йылмайған ҡыҙ һәм малайҙарҙы күреп йыуанаһың. Үҙҙәре шундай ҡыҙыҡһыныусан. Килеп кереү менән: “Беҙ һеҙҙе иҫләйбеҙ!” – тип яр һалып, ҡосаҡҡа ташланалар. Йәшкә бәләкәй күренгән ҡыҙҙар, малайҙар араһында оялсаныраҡтары булһа ла, ойошторған уйындарҙа һәр береһе күтәренке кәйеф менән ҡатнашты. Беҙҙең йәштәр ҙә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтмәй ҡалманы: моңло тауыш менән күңелдәрҙе арбап йырланылар. Балаларҙың шат йөҙҙәре балҡып торҙо. Киләсәктә уларҙың араһында билдәле йондоҙҙарҙы күрергә насип булыр, бәлки.
Йәштәр берлеген етәкләгән Рөстәм Мәжитов:
— Эйе, Ғафури йәштәренең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуы матур йолаға әйләнде, тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Бындай сараларҙы “Дуҫтар осрашыуы” тип атаһам, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Уның йәш быуынға әхлаҡи, патриотик тәрбиә биреүҙәге әһәмиәте ифрат ҙур. Беҙҙе балалар йортонда һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршы алған директор Фәнисә Бәҙретдиноваға, тәрбиәселәргә, малай һәм ҡыҙҙарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә улар менән бәйләнеште юғалтмаҫыбыҙға ышанам.
Осрашыу аҙағында бөтә балаларға ла күстәнәстәр таратып бирҙек. Уларҙың шат йөҙҙәренә ҡарап, күңелебеҙгә йылы өҫтәлә. Ҡайтыр саҡта һәр береһе менән хушлашып, тағы ла килергә тип һүҙ ҡуйыштыҡ.
Эйе, был балаларҙың күбеһенең атаһы ла, әсәһе лә бар. Тик улар, бәғзе ололарҙың эскелекте, аҙғын тормошто һайлауы сәбәпле, бер ҡыйыҡ аҫтына йыйылған. Әлбиттә, тәрбиәселәр өшөгән күңелдәрҙе йылытыу өсөн барыһын да эшләй. Балалар таҙа, зауыҡлы бүлмәләрҙә йәшәй, туҡланыу юғары кимәлдә. Ә көн дә үткәрелгән мәҙәни, спорт саралары, ял сәғәттәре иҫ китмәле! Шулай ҙа бында тәрбиәләнгән һәр баланың ҡарашында һүҙ менән аңлатып булмаған һағыш, моңһоулыҡ шәүләһе ята.
Дуҫтар, изге эш доғалы була тигән әйтемде иҫтә тотайыҡ, балаларға мәрхәмәтле булайыҡ.




Вернуться назад