Туғанлыҡты нығытыр күркәм байрам23.05.2014
Туғанлыҡты нығытыр күркәм байрам— Республикала тиҙҙән яҙғы баҫыу эштәре тамамланып, һабантуйҙар үтә башлаясаҡ. Был байрамға ҡарашығыҙ нисек, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Н. ТҮЛӘБАЕВА.
Учалы районы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ислам дине — Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән изге ҡанун. Ләкин ул ғибәҙәт ҡылыуҙан ғына тормай. “Динебеҙ ун өлөштән торған хәлдә, намаҙ уҡыу, Ураҙа тотоу, Хажға барыу, зәҡәт биреү — уның бер бүлеге генә, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. — Ҡалған туғыҙ өлөшө — мөғәмәлә итеү, йәғни йәшәү”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк бер хәҙисендә күңелгә ял биреп тороу мөһимлеге хаҡында әйткән. “Ул арыһа, һуҡырая һәм изгелектәрҙе күрмәй башлай”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта ял, әлбиттә, йәмғиәткә файҙалы булырға, әҙәм балаһына зарар килтермәҫкә, аралашыу, фекер алышыу, туғандар менән бәйләнеште нығытыу ниәтендә үткәрелергә тейеш. Тормошобоҙ тап ошондай күркәм мөнәсәбәт, үҙеңә, яҡындарыңа, башҡа кешеләргә, Ватаныңа иғтибар, ихтирам, һөйөү көсө менән алға бара.
Исламда Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре бар. Ғәрәп илдәрендә улар айырыуса ҙурлап билдәләнә: тотош халыҡ өс көн буйы байрам итә, уйындар, ярыштар ойошторола. Был, әлбиттә, аралашыу, балаларҙа дингә мөхәббәт уятыу йәһәтенән ифрат әһәмиәтле.
Беҙҙә яҙғы сәсеүҙән һуң бөтөн халыҡ ҡыуанып һабантуйҙар үткәрә. Байрамда, беренсенән, Хоҙай Тәғәләгә шөкөр ителһә, икенсе яҡтан, яҡын кешеләр йыйыла, аралаша. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Туғанлыҡтың ҡәҙерен белеү, уны нығытыу ғүмергә бәрәкәт бирер”, — тигән икән, изге йолабыҙҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Билдәле, ауылда үҫеп тә ҡалала йәшәгәндәрҙең күбеһе тыуған ерендә уҙған һабантуйҙы күрергә ашҡынып ҡайтыусан. Мәшәҡәттәрҙән аҙға ғына булһа ла арынып, туғандарҙың хәлен белеү, күңел булғансы аралашыу, бала саҡтан яратҡан шишмәгә барыу, тауға менеп, тирә-яҡҡа күҙ һалыу, ғөмүмән, ғәйәт яҡын, ҡәҙерле бәләкәй Ватандан ҙур көс-дәрт алып китеү тормошҡа сикһеҙ бәрәкәт бирер, иншаллаһ.
Һабантуйҙар элек-электән хәләл ризыҡ менән үткәрелгән. Һуңғы йылдарҙа, әл-хәмдү лил-ләһ, республикабыҙҙың күп райондарында байрамдар борондан килгән ғәҙәткә ярашлы уҙа башланы.
Һабантуйҙа атта сабышыу, уҡ атыу, йүгереү һәм башҡа ярыштар үткәреүгә килгәндә иһә, Ислам спорт менән шөғөлләнеүгә һәр саҡ этәргес биргән, сөнки әҙәм балаһының рухы ғына түгел, тәне лә һау-сәләмәт булырға тейеш.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә динебеҙ биргән бөйөк тәрбиәне ҡулланып, байрамдарҙы айыҡ килеш, күркәм аралашып уҙғарырға, туғанлыҡ хистәрен нығытырға насип ҡылһын. Шул ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тормошобоҙ бәрәкәтле булыр, милли йолаларыбыҙ халҡыбыҙҙың рухи яңырыуына хәйерле юл һалыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад