Дин-ара бәйләнештәрҙең тормош именлегендә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостанда был мәсьәләгә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленә. Өфөлә күптән түгел уҙған “Диндәрҙең аралашыуы — милли берҙәмлек нигеҙе” тигән республика йәштәр йыйыны үҙ-ара татыу, берҙәм булыуҙың мөһимлегенә тағы ла бер инандырҙы.
Ике көн дауам иткән сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков йәштәрҙе милләттәрҙең татыулығын тәьмин иткән төп көс тип билдәләне.
— Бында дин-ара бәйләнештәрҙең ыңғай үҫешен хәстәрләгән, тимәк, киләсәгебеҙгә битараф булмаған кешеләр йыйылған, — тине ул. — Беҙҙә Украиналағы кеүек боларыштарға юл һалынырға тейеш түгел. Халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған ниндәйҙер ваҡиға килеп сыға икән, уны күмәкләп хәл итергә, аңлашып эш итергә тейешбеҙ. Был беҙҙе көслөрәк, ҡеүәтлерәк итә. Әлеге йыйында Ҡырымдан вәкилдәрҙең ҡатнашыуы ла әһәмиәтле. Белеүегеҙсә, уларға бөгөн еңел түгел. Ҡәрҙәштәребеҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Артур Сөләймәнов Башҡортостандың аяғында ныҡлы баҫып торған, милләт-ара татыулыҡҡа ынтылған төбәк булыуын билдәләне.
— Беҙҙең ата-бабабыҙ ҡайғы-шатлығын уртаҡлашып, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп, Ватанының именлеген хәстәрләп йәшәгән, — тине ул. — Тимәк, төбәгебеҙҙәге бөгөнгө милләт, конфессия-ара татыулыҡтың тамыры ныҡ, киләсәге лә, әл-хәмдү лил-ләһ, шулай булыр. Әлеге сара был ышанысты тағы ла нығыта.
Йыйынды асыу тантанаһында дини башлыҡтар менән бергә төрлө йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, ғалимдар сығыш яһаны. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов диндең бөгөнгө йәмғиәтте тотоп торған ышаныслы бағана икәнен, ата-бабабыҙҙың аманатына тап төшөрмәйенсә, уны саф килеш һаҡлау мөһимлеген билдәләне.
Башҡортостандың баш раввины урынбаҫары Игаль Шауль, Өфө епархияһының сиркәү менән йәмғиәт араһындағы бәйләнеш бүлеге етәксеһе Евгений Шерышев һәм башҡалар ҙа милләт-ара татыулыҡтың әһәмиәтен, уның мәҙәниәтте байытыуҙағы ҙур өлөшөн билдәләне.
— Төп таянысыбыҙ — йәштәр, — тине улар. — Маҡсатыбыҙ — тыныслыҡ һәм аңлашып йәшәү. Һәр йәмғиәт ошо сифаттарға нигеҙләнеп үҫергә тейеш.
Сараның тантаналы өлөшөнән һуң эш секция ултырыштарында дауам итте. Фекер алышыуҙа төп иғтибар республикала дини белем биреү, хәүеф тыуҙырған аҙымдарға ҡаршы тороу, социаль проекттар булдырыу мәсьәләләренә йүнәлтелде.
Йыйындың икенсе көнөндә дини үҙәктәр етәкселәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы рәсми килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Йәштәр иһә футбол, волейбол буйынса спорт ярыштарында көс һынашты, кискеһен ҙур концерт программаһы ойошторолдо.