Хәтер яҙмалары23.05.2014
Хәтер яҙмалары
Башҡортостандың мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар Күгәрсен районында береһенән-береһе яуаплыраҡ вазифаларҙа эшләгән, донъя һәм тормоштоң әсе-сөсөһөн, дәһшәтле һуғыш дәүерен ишетеп түгел, ә үҙ елкәһендә етерлек татыған Алик Сәйетҡоловтың “Хәтер яҙмалары”китабы ташҡа баҫылыуын ишеткәс, уны уҡыу теләге тыуҙы. Сәбәбе: Алик Ишмөхәмәт улы менән бер дәүер йәнәш эшләү, яҡындан аралашыу бәхете тейҙе был юлдарҙың авторына.


Уның кеүек миңә лә Күмертау райкомының идеология бүлеген, мәғариф бүлегенең методика кабинетын етәкләргә тура килде. Уртаҡ саралар, дөйөм мәшәҡәттәр фекерҙәш итте беҙҙе. Икенсенән, ул тыуып үҫкән Үрге Һаҙ — ғилми етәксем академик Марат Зәйнуллиндың тыуған төйәге. Остазым менән Һаҙ буйы ауылдарында булыу, халҡы менән аралашыу, был төбәктең иҫ китмәле матурлығына тамаша ҡылып йөрөү бәхетен кисерҙем. Шуларҙың бер нисәүһе хәтерҙән мәңге юйылмаҫ кеүек. Етәксем һәм уның хөрмәтле йәмәғәте Гәүһәр ханым менән йәйге иртәлә Оло тауға күтәрелдек. Алик Сәйетҡоловтың элегерәк һөйләгәне шунда уҡ хәтергә килде: «Оло тау – райондағы иң бейек тау. Уның аҫтындағы киң типһендә элек бармаҡ йыуанлыҡ, ат бейеклек селеклек, тубылғылыҡ ине...» Күрәм, хәҙер Оло тау яланғас, типһене лә буш ята. Уҙған быуаттың урталарында бында йөк машинаһынан бейегерәк кукуруз үҫтергәндәр, тиҙәр, һарҡыуҙарҙа мал ишелеп үрсегән. Шулай ҙа күккә олғашҡан данлы тау мәғрурлығын юғалтмаған, күкрәген, әүәлгесә киреп, донъя биҙәге булып тора. Көн буйы ил гиҙеп, һыуһынға Яппар шишмәһенән сарсау баҫыуҙарҙы онотоп буламы?! “Яппар һыуы Яппар һыуы инде!” – тигән тел күрке булыр һүҙ йәшәй был яҡтарҙа. Мәҡсүттә мәрхүмдәргә, Бәндәбикәгә зыярат ҡылып йөрөүҙәр, берҙән, иман талабы булһа, шул уҡ ваҡытта, мәжлес ултырҙашлығы, зауыҡ эше булды... Һәр хәлдә, яңы китапты ҡулға алғас, кисерелгәндәр күҙ алдынан үтте, хәтер яңырҙы.
Шөкөр, мәғариф уҙаманы, һәүәҫкәр эҙәрмән Алик Сәйетҡолов Һаҙ буйы ауылдары тарихы, халҡының данлы үткәне, мәғариф үҫеше, хужалыҡ итеүе, көнкүреше мәсьәләләре менән байтаҡ йылдар шөғөлләнә икән. «Уҙған ғүмер етеҙ ағып ятҡан һыу кеүек бит, уның үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың», — ти бөгөн тарихсы. Йөрәк һәм намыҫ ҡушыуы ла, тибеҙ. Ата-баба тарихын, улар һөйләгәндәрҙе, ишеткәнде ҡағыҙға теркәп барыу, йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткереү – әле лә сафтағы уҡытыусының гражданлыҡ позицияһы. Йәнә йөрәкте һулҡылдатҡаны – биш йәшлек сабыйҙың район үҙәгенән атаһын фронтҡа оҙатҡаны, шырт яңаҡтарынан ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлауы. Һуңғы тапҡыр булған икән. Аяуһыҙ аслығы, ҡыш бауырының бөтмәҫ оҙонлоғо, инде ныҡлап иҫ белә башлағанында атаһының «ҡара ҡағыҙ»ын алыуы – былар онотоламы ни?! Ана шулар китапта ҡыҙыл еп булып үтә, кисәге һәм бөгөнгөнө бер ҡыҫанға ала, быуындар бәйләнешен хасил итә. Үткән ғазаптарҙы, иҫәпһеҙ етемдәр ҡалдырған һуғышты хәтерләп тороу кәрәкме икән? Бик тә кәрәк. Кеше хәтере – тишек иләк. Бөгөнгө Украиналағы ваҡиғалар — ана шуларҙы онотоу бәләһе, сит идеология менән ағыуланған йәштәрҙең неофашизмы, һөрһөгән милләтселектең асылы. Алик Сәйетҡолов «Хәтер яҙмалары» китабында Үрге Һаҙ, Түбәнге Һаҙ, Урыҫ Һаҙы, Мәҡсүт, Ишбай, Арҙат ауылдарынан фронтҡа киткән, һәләк булғандарҙың исемлеген теүәл төҙөй алған, бер кем дә ситтә ҡалмаған. Иҫән-һау йөрөп ҡайтҡандарҙың береһе лә онотолмаған, һәр ҡайһыһының рәсемдәре, ғаиләләре менән төшкән һүрәттәре ҡуйылған. Ейәндәр өсөн, киләсәк быуын өсөн кәрәк быныһы. Ватан һуғышы темаһынан китапта иң уйландырғаны, ғорурлыҡ тойғолары уятҡаны авторҙың «Связной Авраамий» яҙмалары булыр. Урыҫ Һаҙынан сыҡҡан уҡытыусы егет, Украинаның Львов – Шепетовка араһында ятҡан «Здолбуново» станцияһында фашистар тылында ҡала. Атаҡлы совет разведчигы Николай Кузнецов менән бәйләнешкә инә, оҙаҡ ваҡыт станция аша үткән хәрби составтар хаҡында үҙәккә хәбәр итеп тора. Юғары Ставканың рәхмәттәрен күп ишетә Күгәрсен ҡаһарманы. Фашистар ҡулына эләгә, ҡанһыҙҙар күпме язалаһа ла, партизандар хаҡында бер ни әйтмәй ҡыйыу разведчик. Украина азатлығы өсөн һәләк була Һаҙ уҡытыусыһы Авраамий Иванов. Шундайҙарға ҡуйылған һәйкәлдәрҙе ҡыйраталар бөгөн Украинала!
Алик Сәйетҡоловтың яңы китабы хәтерләүҙәрҙән генә тормай. Ул – ентекле анализ, сағыштырыуҙар, күп һанлы эҙләнеүҙәр, архив материалдарын тәрән өйрәнеү, ошо өлкәгә ҡараған ғилми хеҙмәттәрҙе ҡат-ҡат уҡып, һығымталар яһау һөҙөмтәһе. Ауылдар тарихын риүәйәттән, ишеткәндәрҙән сығып ҡына ижад итеп булмай. Ғилми яғы ла кәрәк. Автор күренекле тарихсы, профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡорт ауылдары тарихы», телсе-ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинованың «Башҡорт ойконимияһы. XVI – XIX б.б.», «Список населенных мест, часть II. Оренбургская губерния. 1886 год» кеүек мөһим хеҙмәттәрҙе өйрәнә, кәрәкле мәғлүмәттәр туплай. Шулай ҙа ташҡа баҫылғаны менән дә сикләнеп булмай. Алик Сәйетҡолов Республика үҙәк дәүләт архивы юлын аҙ тапамай, ревизия яҙмаларынан Һаҙ буйы ауылдары хаҡында байтаҡ мәғлүмәткә юлыға. Һанап кителгәндәрҙе бер тәртипкә һалғас, ауылдар тәүарихы нигеҙле һәм ышандырырлыҡ төҫ ала. Китаптан шулар мәғлүм. Бөркөт, Түбәнге Һаҙ, Үрге Һаҙ кеүек ауылдар Ерекле ауылынан айырылып сыҡҡан. Ул заманда Ерекле (Бәләкәй Абыҙ) ҙур ғына ауыл булған, күрәһең. 1950 йылда 36 ир-ат Бөркөткә килеп төпләнә, 1860 йылдарҙа 189 кеше Үрге Һаҙға, 64 ир-ат Түбәнге Һаҙға нигеҙ ҡора. Шулар менән бергә, Алик Сәйетҡолов 1737 – 1740 йылдарҙағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар тураһында ла ҡайһы бер мәғлүмәт биреп китә. Айыуатҡан тамағынан алып Эйектең һул яҡ яры буйлап Иҫәнғолға тиклем бер нисә ауыл булған, ти. Ҡарттар хәтерләүенә нигеҙләнеп, эҙәрмән Үрге Һаҙҙың үҙендә лә боронғо зыярат булғанлығын, ауылға нигеҙ һалыусыларҙың иң элек ошо изге урынды ер өйөмө менән билдәләп ҡуйыуҙарын, бағана соҡорҙары ҡаҙғанда әле бер, әле икенсе урында күмер, торонбаш табылыуын яҙа. Тимәк, 1860 йылдарға тиклем үк был тирәлә ҡара-ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары көн иткән.
Авторҙың йәнә бер эшмәкәрлеге иғтибарға лайыҡ. Үҙәк архивта эҙләнеп, А. Сәйетҡолов Һаҙ буйы ауылдарының халҡы тураһында мәғлүмәт туплай. Шуларға таянып, Насипов, Сәйетҡолов, Шәйәхмәтов, Зәйнуллин, Ильясов, Сәлихов, Иҙрисов, Мәжитов, Ғәлийәнов, Мәсәғүтов, Мусиндарҙың шәжәрәһен төҙөй! Беҙ күбебеҙ әле үҙ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһынмағанда, бер эҙәрмән әллә ни саҡлы кешенең нәҫел ебен асыҡлаһынсы әле! Иң мөһиме — улар хәҙер ташҡа баҫылған, күптәргә архивтарға йөрөүҙең кәрәге ҡалмаған. Был үҙе үк атап кителгән хеҙмәттең әһәмиәте хаҡында асыҡ һөйләй. Китап авторы шулай уҡ урындағы материалдар буйынса ла ентекле эҙләнә. Бының өсөн ул райондың «Ҡыҙыл байраҡ», «Мораҙым» кеүек гәзиттәренең төпләнмәләрен файҙалана, улар райондағы 1920 – 1930 йылдарҙан алып бөгөнгө көндәрҙәге ваҡиғаларҙы тарихи күҙлектән яҡтыртырға ярҙам итә. Район архивында һаҡланған «Хужалыҡ кенәгәләре» лә уға тулы мәғлүмәт тупларға булышлыҡ иткән.
Китапта коллективлаштырыу һәм Бөйөк Ватан һуғышынан алдағы йылдарҙы сағылдырыу автор тарафынан мажаралы ваҡиғалар аша һүрәтләнә. Шуларҙың береһе: «…Ошо йылдарҙа дингә ҡаршы көрәш көсәйә. Ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан күренеп ултырған ҡалай түбәле мәсеттең манараһын ауҙарыу халыҡ күңелендә бер ҡара тап булып ҡалған. Үрге Һаҙҙағы мәсеттең манараһын, 1939 йә 1940 йылмы, парторг Түбәнге Һаҙҙан бер ирҙе алып килеп ауҙарттыра. Үрге Һаҙҙа мәсетте ҡолатырға теләүсе табылмай. Килгәндәрҙе ҡарғап, ҡыуып ҡайтарып торалар. Манараның ыңғырашып, йығылмай тора биреп, гөрһөлдәп, айы менән ергә ҡаҙалып, әкрен генә ҡырын ятыуы халыҡтың күңелен тетрәтә».
Районда колхоз-совхоздарҙың төҙөлөүе, хужалыҡ итеүе бай, аныҡ материалдар нигеҙендә бәйән ителә. Колхоз рәйестәренең фиҙакәр хеҙмәте ҡыҙыҡһыныу уята. Фәһемлеләре лә юҡ түгел. «Красный Октябрь» колхозы тарихынан: “Эре хужалыҡтың барлыҡ тармаҡтарында ла эштәр барышы аҡһай башланы. Район етәкселәре рәйесте алмаштырыуҙан башланы. Өфөнөң «Мир» тегеү фабрикаһында инженер булып эшләгән, ауыл хужалығының ни икәнен дә белмәгән берәүҙе рәйес итеп ебәрәләр. Ул ярты йыл да эшләй алманы”. Был 1959 йылдарҙағы ваҡиға. Бөгөн дә Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығын медицина белгестәре етәкләп ҡуя. Үҙ тарихыбыҙҙан һабаҡ ала белмәү бәләһе был.
«Хәтер яҙмаһы» китабында Күгәрсен районының мәғарифы тарихына бәйле байтаҡ мәғлүмәт тупланған, ул бай фактик материалға таяна, күп фоторәсемдәр менән тулыландырыла. Был тәбиғи. Автор 1962 йылдан Үрге Һаҙ ауылында уҡытыусы, өлкән пионервожатый булып эшләй башлай, район мәғарифының ырамлы үҫеш йылдары уның күҙ алдында һәм әүҙем ҡатнашлығында үтә. Алик Сәйетҡолов айырыуса Үрге Һаҙ мәктәбенең үҫеш юлына, бөгөнгөһөнә шатлыҡлы һәм борсолоулы ҡараштарын белдерә. 2004 йылда академик Марат Зәйнуллиндың юллауы арҡаһында бынамын тигән заманса мәктәп төҙөлөүе Һаҙ буйы ауылдарында оло ваҡиға булды. Район хакимиәтенең ул саҡтағы башлығы Рәмил Мәжитовтың тырышлығы менән яңы күпер һалыныуы ла башҡорт ауылдарының киләсәге барлығына өмөт уятҡайны. Ысынлап та, күпер, быуаттар үтһә лә, һис ҡаҡшамаҫ. Шулай ҙа ауыл тотҡаһы мәктәп икәне көн кеүек асыҡ. 2010 йылда 30 бала булһа, бөгөн бындағы филиалда 20 уҡыусы белем ала. Китап авторы процесты былай тип аңлата: «Һәр класҡа балалар һанына билдәле норма ҡуйыу, кластарҙы, ҡайһы бер предметтарҙы бергә ҡушып уҡытыу һәм башҡа бик күп үҙгәрештәр байтаҡ ауылдарҙа, бигерәк тә башҡорт ауылдарында, һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙе башланғысҡа ҡалдырыуға, ә башланғыстарын бөтөнләй ябыуға килтерҙе». Ни эшләйһең, һыҙлана уҙаман йөрәге.
Китапта мине йәнә һоҡландырғаны – Күгәрсен районынан, Һаҙ буйы ауылдарынан сыҡҡан арҙаҡлы кешеләр тураһында мәғлүмәттең күплеге. Улар араһында бихисап дәүләт эшмәкәрҙәре, хәрбиҙәр, фән, мәғариф, медицина, мәҙәниәт, ауыл хужалығы тармаҡтарында оло абруй яулаған шә-хестәр бар. Алик Сәйетҡолов һәр ауылдан сыҡҡан ошондай шәхестәрҙең исемлеген төҙөгән, улар хаҡында белешмә биргән. Түбәнге Һаҙҙан — 14, Үрге Һаҙҙан — 25, Ишбайҙан — алты, Урыҫ Һаҙынан ике арҙаҡлы шәхес күрһәтелә. Ғөмүмән, Күгәрсен районы республикабыҙҙа шәхестәр үҫтереү, уларҙы ололау, ҡәҙерҙәрен белеп тороу буйынса башҡаларға өлгө булырлыҡ. Мин быны район менән байтаҡ йылдар тығыҙ аралашып йәшәүемдән, хәбәрҙар булыуымдан сығып әйтәм. Өфөләге «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһының әүҙем эшмәкәрлеге лә быға асыҡ миҫал. Күгәрсен ере фәнебеҙгә 150 фән кандидаты, докторы үҫтергән. Һәр диссертация яҡланыуын, шәхестәрҙең дәүләт наградалары менән бүләкләнеүен бында көтөп алалар, бер-береһен ҡотлайҙар. Бына ҡайҙа ул ысын илһөйәрлек һәм мәҙәнилек!
Уҡытыусы, мәғариф етәксеһе, телһөйәр Алик Сәйетҡоловтың “Хәтер яҙмалары” йәнә топонимик материалдың, ер-һыу атамаларының күплеге менән дә һоҡландырҙы. Китапта биш тиҫтәгә яҡын атаманың исемлеге, риүәйәттәрҙән, ауыл ҡарттарының һөйләгәненән сығып уларға аңлатма бирелә. Ороша («Роща»), Ҡаратал, Үрген, Мулла шишмәһе, Мөзөркә тауы, Бөркөт юлы, Оло тау, Ҡаҙағостан, Алтынтуған һ.б. ер-һыу атамалары һанап кителә. Китапҡа яҙылғаны хәтерҙә ҡалғаны инде. Китап бик уҡымлы, сөнки автор халҡыбыҙҙың һутлы телен, хәҙерге әҙәби телебеҙҙең барлыҡ стилистик мөмкинлектәрен оҫта файҙалана белеүе менән алдыра. Миҫалдар: Ғәзиз әсә, тыуған йорт, тыуған ауыл – былар бер-береһенән айырылғыһыҙ, бер бөтөн. Ялан аяҡлы бала саҡ, урамыбыҙҙың хәтфә үләнендә аунап уйнауҙар, кинәнеп һыу инеүҙәр, дәртле киске уйындар, йырлашып-гөрләшеп эшкә барыуҙар, үгеҙ-ат ярыштырып ҡайтыуҙар, мәғрур Оло тауыбыҙ, Һаҙ буйҙары – былар барыһы иҫкә төшөп, йөрәкте әрнетеп, үҙенә саҡыра. Йәнә: Салғысылар, ғәҙәттә, иртәнге сәйгә ҡәҙәр бер һыуһын эшләп ала, кәбәнселәр кәбәндәрен күкрәкләп ҡуя. Был һөйләмдәргә ниндәйҙер тәфсирләү кәрәкмәй, улар үҙҙәренең нәфислеген, нимәгә һәләтле булыуын ыҡсым ғына һөйләп-көйләп тора. Яппар шишмәһе һыуы төҫлө. Китап, жанры буйынса тәүарих булыуына ҡарамаҫтан, әйтеп үтеүемсә, үҙенең һүҙ байлығы, ябай һәм халыҡсан теле менән иғтибарға лайыҡ. Автор ошо төбәктә файҙаланылған, халыҡ көндәлек аралашыуҙа ҡулланған һүҙҙәр менән эш итә, улар һөйләмдәргә бынамын тигән колорит өҫтәй: күҙгәнәктәр, шаҡарма, әүһәләп, талғыр, әтмәкәй, кәбән күкрәкләп, ҡартайым, ҡарсәйем һ.б.
Йыйып ҡына әйткәндә, Алик Сәйетҡолов ғәйәт ҙур һәм әһәмиәтле эш башҡарған. «Уҙған ғүмер, ҡалған хәтер һатып алам тиһәң дә табылмай», тип әйтергә ярата автор. Тап шулай. Хәтереңдә ҡалғандарҙы ғүмер барҙа бер тәртипкә һалып, көсөң вә ваҡытың еткәндә нәшер ителеүен хәстәрләһәң, боронғо ата-бабабыҙҙың аманат һаҡлау, киләсәк быуындарға еткереү кеүек күркәм ғәҙәттәренең асылына төшкәндәй булаһың. Китапты нәшер итеүҙә ҡатнашҡан иптәштәр ҙә тик хуплауға лайыҡ. Ижад ҡомарың һүнмәһен, замандаш!
Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф
алдынғыһы, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев премияһы лауреаты.


Вернуться назад