Алина уҡытыусыһын бер нисә тапҡыр төшөндә күрә. Тәүгеһендә уларҙың өйөндә фортепьянола уйнап ултыралар, имеш. Ҡыҙ ҡайтырға йыйынғас, остазы:
— Әҙ генә көтөп тор, хәҙер Резеда ҡайта (Салауат Низаметдиновтың ҡатыны. — Автор), бергәләп сәй эсербеҙ, — ти. — Әйтә торған һүҙем, кәңәшем дә бар.
— Иртәгә тағы киләм бит, шунда әйтерһегеҙ, — тип ашыға ҡыҙ.
— Иртәгә әйтә алмаясаҡмын шул, — тип моңһоу ғына ҡарап ҡала уҡытыусыһы....Йәнә төш күрә. Уҡыу йылы башланған, имеш. Алина әхирәттәре Виолетта Луговских, Дилара Яманһариналар менән уҡытыусылары дәрес үткәргән бүлмәгә йүгереп килеп инеп: "Һағындыҡ үҙегеҙҙе, һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек, һәйбәт ял иттегеҙме?" — тип һорауҙарға күмәләр. Шул саҡ уҡытыусылары, ғәҙәттә булмағанса, яратҡан уҡыусыларын ситкә этеп:
— Теймәгеҙ миңә! — тип һалҡын ғына өндәшә. — Яңы уҡыу йылындағы был дәресебеҙ тәүгеһе һәм һуңғыһы булыр. Иртәгә командировкаға китәм. Унан бында ҡайтмаясаҡмын, — ти.
...Шул саҡ Алинаны өләсәһе уята. Үҙе илай.
— Ниңә уяттың? Олатай үлдеме әллә? Әйт тиҙерәк, ни булды? — ти ҡыҙ, күңеле ниҙер һиҙенеп.
— Әллә яңылыш ишеттем, телевизорҙы баштан уҡ ҡабыҙмағайным, Салауат Низаметдинов үлгән, ахыры...
Өләсәһенең яуабын ишеткән Алина эләгә-тәгәрәй залға йүгерә. Төштәре юҡҡа булмаған икән. Тап уҡытыусыһы үлгән мәлдә күргән уларҙы.
Алина Әхмәтшина — Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылы ҡыҙы. Алты ай ярымлыҡ ҡына булып тыуған сабыйҙы тейешле ауырлыҡ йыйһын өсөн өс ай дауаханала тоталар.
— Дүрт йыл элек кенә белдем: ультрафиолет нурҙары зыян килтермәһен өсөн сабыйҙарҙың күҙҙәрен ҡаплай башлағандар. Ә мин тыуғанда улай эшләнмәгән, шуға ла күҙҙәремә зыян килгән, — ти Алина. Әле ул 16 йәштә. Өфөләге махсус мәктәп-интернатта Х класта уҡый.
Башта үҙҙәрендә башланғыс класта белем ала. Уҡытыусыһы Илһөйәр Хәбиб ҡыҙы Исламова Алина өсөн хәрефтәрҙе таҡтала ҙур итеп яҙа. Аҙаҡ V класҡа килгәс, математика уҡытыусыһы ҡыҙыҡайҙың әкрен эшләүенә иҫкәртеү яһағас, Алина: "Әсәй, был мәктәпкә мин башҡаса бармайым", – тип ҡайта ла шунан алып Өфөлә насар күргән һәм бөтөнләй һуҡыр балалар уҡыған мәктәпкә килә. Тәүҙә насар күреүселәр менән бергә уҡый. Еңел атлетика менән шөғөлләнә. Күреү һәләте тағы ла түбәнәйә башлағас, музыка мәктәбенә йөрөй, баянда уйнарға өйрәнә. Уҡытыусыһы – Дамир Минһаж улы Таһиров. Күренекле композитор Салауат Низаметдиновты ла уҡытҡан. Телевидение аша был композитор хаҡында ишеткәне була ҡыҙҙың. Күҙҙәре күрмәһә лә, шундай ҙур уңыштарға өлгәшкән, тип һоҡлана.
Киләһе йылына ошо Салауат ағай мәктәп-интернатҡа сольфеджионан уҡытырға килә. Ул үҙен шундай ябай тота, хас та күптәнге дуҫтар кеүек аралаша. Бер көндө:
— Композицияға балалар йыям, йөрөйһөңмө? — тип мөрәжәғәт итә Алинаға. Шулай итеп, ҡыҙыҡай баян, композиция, сольфеджио буйынса дәрестәр ала башлай. Дәрес ваҡытында гел генә уҡып та ултырмайҙар. Салауат ағайҙары тормош тураһында һөйләй, алда торған һынауҙарға берешмәҫкә өндәй, үҙенең ижадын миҫалға килтерә. Көлөшә-көлөшә сәй ҙә эсеп алалар.
Алтынсы класта уҡығанда Алинаның күҙе тағы ла насарая барып, һигеҙенселә шәүләләр генә шәйләһә, аҙаҡ бөтөнләй күрмәҫ була. Бер көн музыка дәресенә бүлмәгә килеп ингәндә, тупһаға эләгеп тәгәрәй яҙа.
— Ниңә абынаһың? Тупһаны күрмәйһеңме ни? — тип ҡаршылай ҡыҙҙы Салауат.
— Күрәм, — тип яуаплай Алина, һиҙҙермәҫкә тырышып.
— Шулай булғас, ниңә һуҡыр кеше һымаҡ йөрөйһөң?
— Сөнки күрмәйем... — Был юлы тауышы ҡалтыраныбыраҡ сыға.
— Ярай, шаяртма, әйҙә, уйна...
Аҙаҡ яйлап ултырып, ихлас һораша, һөйләшә уҡытыусы.
— Нимә эшләйһең инде хәҙер, шул яҙмыш менән килешеп йәшәргә тура килә беҙгә. Мин һиңә ярҙам итермен. Һин булдыраһың.
Бер аҙнанан тағы осрашҡанда:
— Тышта йөрөйһөңмө? — тип һорай Салауат ҡыҙҙан.
— Ҡурҡам.
— Ундай һүҙ юҡ. Башҡаса ишетмәйем һинән был һүҙҙе! Таяҡ ал, ориентир дәресенә йөрө. Башта мәктәп тирәләй әйләнеп сыҡ, үҙаллы йөрөргә өйрән.
Уҡытыусыһы Алинаға үҙенең таяғын бирә.
— Үҙегеҙҙеке лә берәүҙер бит, кәрәкмәйме ни?
— Минең өйҙә тағы бар. Хәҙергә машинала йөрөйөм бит.
Мәскәүҙән яҙҙырып алған таяғы килгәс, Алина май аҙағында Салауат Әхмәҙиә улыныҡын кире ҡайтара.
— Бирмә, аҙаҡ кире ҡайтарырһың әле, — тиһә лә, ҡыҙ, һиҙгән шикелле: "Тағы ҡасан күрешәбеҙ әле", — тип, таяғын хужаһына тапшыра.
Был уларҙың һуңғы осрашыуы була. 24 июндә Алинаны телефон аша тыуған көнө менән ҡотларға ла онотмай иғтибарлы уҡытыусы. Тағы бер нисә көндән "Ура! Операмды яҙып бөттөм" тип СМС хәбәр ебәреп, шатлығын уртаҡлаша.
...Алина менән мин Өфөләге һуҡырҙар китапханаһында күренекле композитор Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһендә таныштым. Унда 28-се махсус мәктәп-интернат уҡыусылары, уҡытыусылары, Салауат Әхмәҙиә улының педагогы Дамир Таһиров һәм уның күп йырҙарын башҡарыусы Әлфиә Юлсурина, шағирҙар Риф Тойғон, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Земфира Муллағәлиева, Вәрис Аҡбашев, ҡатыны, туғандары, дуҫтары йыйылғайны. Бүтәндәр менән бергә Алина ла уҡытыусыһына арнап яҙылған шиғырын һөйләне. Аҙаҡ мәктәбенә барып, үҙе менән яҡындан таныштым, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ.
Өс ай буйына махсус ҡалпаҡ эсендә ауырлыҡ йыйып ятҡан Алина өләсәһе Лида, әсәһе Мәликә ярҙамында бәләкәйҙән дингә ылығып үҫә. Дүрт йәштән "Фатиха" сүрәһен белә. Өләсәһе менән бергә йома намаҙына йөрөй. Үҙен үҙе яҡларлыҡ ҡыйыу ҡыҙ була. "Очкарик" тип үсекләһәләр, малайҙар тип тормай, һуғыша ла хатта. Бер аҙҙан, барыһын да онотоп, бергә уйнай башлай. Афғанстанда хеҙмәт иткән атаһы менән әсәһенә бергә йәшәүе бик ҡыйын булғас, айырылалар. Бишенсе кластан Алина башына яулыҡ бәйләй. Өфөлә лә бер намаҙын да ҡалдырмай. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында VI класта уҡыған һеңлеһе Айһылыу янына барып, хәлен белеп йөрөй.
Шашкала уйнарға өйрәнгән, донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина менән дә уйнап ҡараған. Шашка клубындағы был алышты телевизорҙан да күрһәткәндәр. Уйын бер кемдең дә еңмәүе менән тамамланған.
Спортта ла уңыштары байтаҡ Алинаның. Һөңгө ырғытыу буйынса ике йыл рәттән Рәсәй чемпионы булған. Еңел атлетиканан, йүгереүҙән, йөҙөү, шахмат, дартс кеүек төрҙәрҙән бөтәһе ете алтын, алты көмөш, биш бронза миҙалы бар.
"Таланттар балҡышы", "Ҡаршылыҡтар юҡ" кеүек бәйгеләрҙә лә сығыш яһай. Баянда, гитарала, синтезаторҙа уйнай. Ә шиғырҙарҙы бәләкәйҙән яҙа. Арабыҙҙан иртә киткән шағир Марис Нәзиров етәкселек иткән әҙәби түңәрәккә ауылдан район үҙәгенә барып йөрөй. Саҡмағош районының "Игенсе" гәзитендә ойошторолған был ултырыштарҙа II–III класта уҡыған Алина рифма, ритмдың ни икәнен башлап белә. Тәүге яҙған шиғыры былай була:
Һыу буйына төшкән инем,
Китеп бара бер карап.
Шул карапҡа күҙем төштө,
Ҡалдым артынан ҡарап.
...2013 йылдың 20 декабре. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында Салауат Низаметдиновтың "Мин һине шундай яратам" тигән һуңғы операһының премьераһы булды. Әҙәбиәт, сәнғәт вәкилдәренән бер кем дә күренмәй. Ә Алина Әхмәтшина әсәһе менән Саҡмағош һынлы ерҙән килеп еткән. Ул саҡта интернаттары ремонтҡа ябылып, балаларҙы өйҙәренә таратҡайнылар.
...2014 йылдың 3 марты. Башҡорт дәүләт филармонияһында Әлфиә Юлсуринаның Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә арналған концерты бара. Алдан әйтеүе буйынса, йырсы быйылдан башлап композиторҙың тыуған көнөндә, 3 мартта, йыл һайын концерттар үткәреп, уның рухына хәтер кисәләре ойошторасаҡ. Залда 28-се махсус мәктәп-интернат уҡыусылары ла ултыра. Бына сираттағы йыр тамамланғас, тәрбиәселәре менән етәкләшеп, бер төркөм уҡыусы сәхнәгә күтәрелде һәм Әлфиә Юлсуринаға сәскәләр тапшырҙы. Ҡарайым: араларында Алина күренмәй. Ни булды икән, тип шылтыратам. Баҡһаң, ул ауырып киткән дә ауылына ҡайтырға тура килгән.
— Өфөнән иптәштәр ҙә шылтырата, 3 мартта Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә концерт була, киләһеңме, тиҙәр. Йүнәлеп бөтмәгәнмен шул, бик тә барыр инем. Тик уҡытыусымдың тыуған көнөн ҡул ҡаушырып ҡына үткәрергә тейеш түгелмен, тип, бына, үҙебеҙҙең ауылда концерт әҙерләнем, — ти Алина.
45 минут булыр тип уйлаған концерттары ике сәғәттән ашыуға һуҙылып китә. Сценарийын да үҙе яҙа. Ул саҡтағы клуб мөдире Зөлфәт Мөхәмәҙиев композиторҙың "Аҡ миҙгелдәр", "Ҡайындар" тигән йырҙарын башҡара. Салауат Низаметдиновтың Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙған "Ашығамын" тигән йыры менән Алина концертты хас та Өфөләге һымаҡ башлап ебәрә. Шулай уҡ халыҡ араһында киң таралған "Ялан сәскәләре", "Күҙҙәремә ҡара" йырҙарын ауылдаштарына Алина үҙе йырлап ишеттерә. Салауатҡа арналған ике шиғырын – үҙе, ә икәүһен IV класта уҡыған ике туған һеңлеһе Гөлназ Байбурина һөйләй. "Тик-так" исемле йырын Салауат Низаметдиновтың үҙ тауышы менән яңғыраталар.
— "Ялан сәскәләре"н башҡарырға әле үҙе иҫән саҡта Салауат Әхмәҙиә улынан рөхсәт һорағайным. "Йә, йырлап күрһәт әле", — тине ул. Сығышымды тыңланы ла: "Һиңә бер кем дә сәскә бүләк иткәне булманымы?" — тип һораны. "Юҡ", — тип яуапланым. "Шулайҙыр шул, күренеп тора, хис етмәй, хис-тойғо юҡ. Был йырҙы башҡарырға әле үҫмәгәнһең", — тине. Шуларҙы иҫләй-иҫләй ошо йырҙы башҡарҙым ауылда. "Сирләүем арҡаһында юғары ноталарҙы ала алмаһам, ғәфү итерһегеҙ", — тинем. "Һағынырһың" тигән йырҙы маэстроның үҙе башҡарыуында видеоклип менән ҡарағанда барыһы ла тороп баҫты. Иң һуңынан шағир Андрей Дементьевтың "Бер ҡасан да бер нәмәгә үкенмәйем" тигән шиғыры менән концертты тамамлап ҡуйҙыҡ. Композитор Салауат Низаметдиновтың көйҙәре ауыр, тиеүселәр ҙә күп йырҙарын үҙ итеп башҡара хәҙер.
...Ҡайһы саҡ тотош ижади коллектив тотона алмаған эште яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм 16 йәшлек ҡыҙҙың — махсус мәктәп уҡыусыһы Алина Әхмәтшинаның – бойомға ашырыуы ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла. Ысын мәғәнәһендә уҡытыусыһына тоғро уҡыусы ул. Салауат Низаметдиновтың музыканан ғына дәрес биреп ҡалмай, тормош һабаҡтары ла биреүе, үҙенеке һымаҡ яҙмышҡа дусар булғандарҙы ҡурсалап, һынауҙарға бирешмәҫкә, көслө булырға өйрәтеүе һөҙөмтәһелер был. Остазына оҡшаһа, Алина бирешмәҫ. Түбәндә уның Салауат Низаметдиновҡа арналған бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. "Донъям яҡты" тигән шиғырында:
Күрмәһәм дә яҡтылыҡты,
Сәләмләйем ҡояшты.
Ҡояш — минең күңелемдә,
Шуға донъям яп-яҡты, —
тип яҙа Алина Әхмәтшина. Күңелендәге ҡояшынан ғына яҙмаһын моңло ҡыҙ, уҡытыусыһының ышанысын аҡлап йәшәһен.
Әллә ҡайҙан һеҙҙе танырлыҡОстазым Салауат ағай Низаметдинов иҫтәлегенә
Яралғанһың, ахыры, һин моңдан, тип
Бер шағирә шиғыр арнаған.
Ысынлап та, тотош моңдан ғына
Булмышығыҙ һеҙҙең яралған.
Моң шәлкеме һибелә йырығыҙҙан,
Бөтәһе лә яҡын күңелгә.
Һеҙҙең кеүек бөйөк ижадсылар
Юҡтыр хатта донъя йөҙөндә.
Йөрәк ярып сыҡҡан ижадығыҙ
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалырлыҡ.
Бер нотаһын ғына ишетһәң дә,
Әллә ҡайҙан һеҙҙе танырлыҡ.
Өҙөлдө моңло ғүмерИзге айҙың тыныс бер төнөндә
Моңло ғүмер ҡапыл өҙөлдө.
Йән тетрәткес хәбәр ишетеүҙән
Үҙәккәйем минең өҙөлдө.
Арабыҙҙан китте шундай кеше:
Йәшнәп кенә йәшәр мәлендә.
"Мин һаман да ун һигеҙҙә" тиеп,
Уйнап-көлөп, йырлар йәшендә.
Һеҙ булмағас, моңдар етем ҡалды,
Яңы йырһыҙ нисек йәшәргә?!
Үҙегеҙ юҡ, ә йырығыҙ яңғырай,
Күҙҙәр тула ҡайнар йәштәргә.
Ниңә шулай ҡапыл иртә китеп,
Йөрәктәргә яра һалдығыҙ?
Эй, остазым, ябай, бөйөк булып
Күңелдәрҙә генә ҡалдығыҙ.
Төштәремә кереп хушлаштығыҙТөштәремә кереп хушлаштығыҙ
Фани донъяларҙан уҙғанда.
Һеҙ бит мине гел дә йыуаттығыҙ
Илар мәлдә, күңелем тулғанда.
Һеҙ киткәнгә күпме ваҡыт үтте,
Тик булмай бит һаман ышанып.
Нисек? Ниңә? Ошо һорауҙарҙан
Бер нисек тә булмай бушанып.
Һеҙ киткәс тә шундай бушлыҡ ҡалды
Ул бушлыҡты бер кем ҡапламай.
Ниңә шулай талант иртә китә?
Күңел һаман шуны аңламай.
"Юҡ" тигәнгә йөҙ ҡат үкенәмЯҡшылыҡҡа әйткән һүҙегеҙгә
Үҙһүҙләнеп "юҡ" тип өндәштем.
Үкендерә: һеҙҙең кәңәштәргә
Ҡолаҡ һалмайынса аҙаштым.
Килгәнемдә һеҙгә һорау менән
Ихлас итеп яуап бирҙегеҙ.
Үҙегеҙ мохтаж күңел йылылығын
Кешеләргә бүлә белдегеҙ.
Эй, үкенәм хәҙер һеҙҙең һүҙҙе
Тыңламайса "юҡ" тип әйткәнгә.
Алға әйҙәр кеше — хәҙер һеҙ юҡ,
Барыһы ла ҡалды үткәндә.
Донъям яҡтыМаңлай күҙҙәре күрерме,
Күңел күҙең булмаһа?
Күҙ нурҙарың ҡайтыр микән,
Яҙмыш уны урлаһа?
Күрмәһәм дә яҡтылыҡты,
Йәшәүемдән йәм табам.
Моңло күңел ижад итә,
Ә мин шунан дәрт алам.
Һәр көн һайын уянам да
Сәләмләйем ҡояшты.
Күңелемдә минең – ҡояш,
Шуға донъям яп-яҡты.