Силәбе хәбәрҙәре23.05.2014
Һөйөнсө, филиалдар асыла!
Башҡортостандың Силәбеләге даими вәкиле Амур Хәбибуллин өлкәләге эшҡыуарҙар активы менән осрашты. Сарала сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендәге тиҫтәгә яҡын йүнсел ҡатнашты.
Осрашыуға республиканан "Агро-ҡаҙ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡошсолоҡ фабрикаһы директоры Динар Әхмәтдинов та саҡырылғайны. Ул республикабыҙҙағы етештереү инкубаторы хаҡында һөйләне. Был инкубаторҙа ауыл халҡы һәм фермерҙар өсөн ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре, күркә себештәре сығаралар.
Динар Әхмәтдинов Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡығанда уҡ ҡошсолоҡ менән мауыҡҡан икән. "Башптицепром" предприятиеһынан тоҡомло ҡаҙ йомортҡаһы һатып алып, инкубаторға һалған, сыҡҡан бәпкәләрҙе һатыу менән шөғөлләнгән. 2006 йылда етештереү биналарын милеккә алып, ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнә башлаған. Халыҡ кәсебенә әүерелгән шөғөлдөң һөҙөмтәһе яҡшы, продукцияның сифаты ла юғары. Әле Туймазы инкубаторы ҡош-ҡорт тоҡомон арттырырға, яңы төрҙәрҙе үҙләштерергә ниәтләй. Шуға күрә "Агро-ҡаҙ" йәмғиәте ассортиментты киңәйтә. Ҡошсолар йомортҡаны, итте ныҡлы һайлап ала, сөнки табыш алыу ғына түгел, яуланған ышанысты ла һаҡлау мөһим.
— Һуңғы ваҡытта ҡаҙ бәпкәһенә, айырыуса "аҡ линда" тоҡомона ихтыяж арта. "Линда" һәм "аҡ итальян" тоҡомдарының гибриды ла киң танылған. Быйыл бындай бәпкәләр һанын өс-дүрт тапҡырға арттырырға ниәт бар. Күркә себешен дә күпләп алалар. Мәҫәлән, "аҡ түшле кросс" универсаль тоҡомоноң ауырлығы 20 килограмдан артып китә, ит сығымы 70 проценттан ашыу тәшкил итә. Уларҙы шәхси хужалыҡтар ҙа, фермерҙар ҙа күпләп һатып ала, — тине Динар Әхмәтдинов.
Һөйләшеү барышында Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында йәмғиәттең ике филиалын асыу тураһында һүҙ барҙы. Мәсьәләләрҙең мөһимлеген иҫәпкә алып, Амур Хәбибуллин эшҡыуарҙарға етештереү майҙансыҡтарын өйрәнергә ҡушты.
Батыр рухы һүнмәҫ
Арғаяш районының Бажыҡ дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған семинар булды.
Матур йолаға әүерелгән был сара уҡыусылар араһында быйыл туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Башҡорт әҙәбиәтен киң танытыуға, туған телдә яҙышҡан балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән семинарҙа райондың ун мәктәбенән вәкилдәр ҡатнашты. Уҡыу йорто фойеһында күргәҙмә эшләне. Сара һуңында төбәктәге шағирҙар, артистар ҡатнашлығында әҙәби-музыкаль кисә уҙғарылды.
Йөкмәткеле, фәһемле осрашыу ойошторған өсөн Бажыҡ мәктәбе директоры А. Хәбибуллинға, уның урынбаҫары Г. Фазыловаға, Арғаяш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Р. Әбсәләмовҡа Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең рәхмәт хаттары тапшырылды. Сарала ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусылар һәм уларҙың остаздары “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән “Елғыуар” киноһы яҙҙырылған дисктар менән бүләкләнде.
"Яңы йондоҙ” ҡабынды
Ошо көндәрҙә Силәбелә “Яңы йондоҙ” өлкә башҡорт йыры конкурсының финал туры булды.
Уның төп маҡсаты – башҡорт йырын, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен танытыу, дөйөм мәҙәни мөхитте үҫтереү һәм яңы башҡарыусыларҙы асыҡлау. Бәйгелә Силәбе өлкәһенән 15 кеше ҡатнашты, шуларҙың етәүһе гала-концертта сығыш яһаны.
Башҡарыусыларға абруйлы комиссия баһа бирҙе. Конкурсты Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге һәм “Йондоҙ” студияһы ойошторҙо. Силәбеләге вәкилебеҙ Амур Хәбибуллин тәбрикләү сығышында ижадты үҫтереүгә йүнәлтелгән фестивалдең әһәмиәтен билдәләне, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Хуш, боҙ!
Киләһе йылға тиклем!
Ҡурған өлкәһенең Әлмән районындағы Алакүл ауылында халыҡ “Боҙ оҙатыу” байрамына йыйылды.
Сарала район хакимиәте вәкилдәре, үҙешмәкәр башҡорт коллективтары, ҡунаҡтар ҡатнашты. Тантаналы өлөштән һуң барыһы ла күл буйына юлланды. Балалар тәбиғәттән яҙын яуым-төшөм, көҙөн мул уңыш һораны, һаламдан яһалған ҡурсаҡтарҙы һыуға һалды. Артабан ҡаҙанда боҙ иреттеләр. Теләге булған һәр кеше рух күтәренкелеге, көс-дәрт алыу, сирҙән ҡотолоу өсөн шул һыу менән йыуынды. Усаҡ янында шаян йырҙар, дәртле бейеүҙәр оҙаҡ тынманы. Һуңыраҡ байрам ауыл клубына күсте. Бында халыҡ ижады һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре ойошторолдо. Художестволы үҙешмәкәр коллективтарҙың сығышы тамашасылар күңеленә хуш килде.