«Рига — Европаның мәҙәни баш ҡалаһы-2014» программаһына ярашлы 7 июндә ҡалала беренсе Европа һабантуйы була. Татар һәм башҡорт халыҡтары байрамын үткәреү урыны – «Верман баҡсаһы» тип аталған үҙәк парк.
I Европа һабантуйын үткәреү урыны булараҡ Рига тиккә генә һайланмаған – бында элек-электән мәҙәни тормош ҡайнай. Быйыл Риганың Европаның мәҙәни баш ҡалаһы булып танылыуы ла һис кемде ғәжәпләндермәй.
Халыҡ байрамының программаһы һәр кем өсөн көтөлмәгән бүләк буласаҡ: ригаларға – күршеләрен яҡшыраҡ белеү, туристарға һәм ҡунаҡтарға – яңы тәьҫораттар алыу, ә татар һәм башҡорттарға туған мәҙәниәтенең матурлығын һәм ҡиммәтен күрһәтеү мөмкинлеге тыуа.
Һабантуйҙың маҡсаты – татар һәм башҡорттарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлау, төрлө халыҡтарҙың йолаларына ихтирам тәрбиәләү, быуындарҙың күсәгилешлелеген үҫтереү.
Һабантуй мең йылдан ашыу тарихҡа эйә. Латвияла иһә татарҙар һәм башҡорттар уны 25 йылдан ашыу уҙғара. Верман баҡсаһы – Ригалағы иң матур парктарҙың береһе, бында һәр кем ял итеү өсөн уңайлы урын таба ала. Баҡсаһының майҙаны — 4,82 гектар. Парктың эстрадаһында концерттар йыш уҙғарыла, ә балаларҙы уйын майҙансығы йәлеп итә.
Байрамдың төп ойоштороусылары – Латвияның «Шишмә» татар һәм башҡорт мәҙәни йәмғиәте, Европаның татар йәштәре берләшмәһе, Латвия татарҙарының «Иҙел» йәмғиәте, Латвия башҡорттары ҡоролтайы. Һабантуйҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә шулай уҡ Латвия, Литва, Эстония, Польша, Германия, Чехия һәм Англияның татар һәм башҡорт ойошмалары ҡатнаша.