Нәҫел ебегеҙ ныҡлымы?23.05.2014
Нәҫел ебегеҙ ныҡлымы?
Уҙған быуат аҙаҡтарында йәмғиәт тормошонда булған үҙгәрештәр кеше күңелендә тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятып, нәҫел ептәрен барлай, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә, милли байрамдарҙы үткәрә башлауға нигеҙ һалды.


Республикала шәжәрә байрамын иң тәүҙә Баймаҡ районының Йомаш ауылы халҡы ойошторҙо. Был ваҡиға 1989 йылда булды. Изге башланғысҡа яйлап башҡа райондар ҙа ҡушыла башланы. 2006 йылда иһә, Башҡортостан Хөкүмәтенең шәжәрә байрамдарын үткәреү тураһындағы ҡарары сыҡҡас, эш ныҡлы йәнләнеп китте. Башланғыстың әһәмиәте ифрат ҙур: һәр кем нәҫеленең тарихын, быуындар бәйләнешен, кәмендә ете быуынын белергә тейеш.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында шәжәрә байрамын үткәреү матур йолаға әүерелде. Төрлө милләт вәкилдәре йәшәгәнлектән, унда, башҡорт халҡы менән бер рәттән, урыҫ, татар, сыуаш, украин, йәһүд, мордва һәм немец халҡы вәкилдәре лә ҡатнаша, нәҫеле менән таныштыра.
Быйыл БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында "Шәжәрә: туғанлыҡ хәтирәһе" тигән ҙур йыйын булды. Унда ғалимдар, уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар ҡатнашты. Өфө, Сибай, Нефтекама ҡалаларынан, Әбйәлил, Бөрйән, Ауырғазы, Ғафури һәм башҡа райондарҙан да вәкилдәр килгәйне. Йыйында сығыш яһаусылар тарихты байҡаны, үҙенең нәҫел ептәрен барланы, шәжәрә төҙөү эше тураһында фекер алышты. Мәҫәлән, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ғәлийән Ҡаһарманов башҡорт шәжәрәләрен ентекле өйрәнгән, уларҙы туплап, баҫтырып сығарған, тәржемә иткән тарихсы-этнолог, этнограф Раил Кузеев, шулай уҡ был өлкәлә көс түккән башҡа фән эшмәкәрҙәре хаҡында һөйләһә, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миңлеғәли Нәҙерғолов шәжәрәләрҙең көслө фольклор сығанағы булыуын билдәләне.
Уларҙы төҙөүҙе нимәнән башларға? Эштә ниндәй сығанаҡтарға таянырға, ҡайһы архивтарға мөрәжәғәт итергә? Был һорауҙарға тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Салауат Таймаҫов яуап бирҙе. Сибайҙан килгән ҡунаҡтың — Башҡортостан Төбәк тикшеренеүҙәр институтының лаборатория мөдире, тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәновтың — сығышы иһә Түңгәүер ырыуының шәжәрәһен өйрәнеү мәсьәләләренә арналды.
Аҙаҡ БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары һәм уҡытыусылары араһында уҙғарылған "Минең шәжәрәм" бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Биш номинацияла еңгәндәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, гран-приға уҡыу йортоноң доценты Салауат Таймаҫов лайыҡ булды.
Тарихыбыҙҙы белергә, бөгөнгөбөҙҙө һәм киләсәгебеҙҙе ҡайғыртырға, нәҫел ептәрен өҙмәй һаҡларға тейешбеҙ. Сарала ҡатнашҡан һәр кем үҙендә ошо бурысты тойоп, яңы маҡсаттар менән таралышты.

Ләйсән ЙОСОПОВА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ
филиалы доценты.


Вернуться назад