Думбыралы, "Гөлбостан"лы төйәк23.05.2014
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халҡыбыҙ. Ысынлап та, күңелеңде борсоған ниндәйҙер мәсьәлә эсеңде һәр саҡ "тырнап" тора, ә был хаҡта фекер алышып булмай икән, тимәк, хәл үҙгәрмәйәсәк, киреһенсә, киҫкенләшәсәк. Был йәһәттән, шөкөр, милләтебеҙҙең бөгөнгөһө, киләсәге хаҡындағы уйҙарҙы уртаҡлашыу, ҡатмарлы һорауҙарға яуап эҙләү, шулай уҡ уңыштарҙы барлау, халҡыбыҙҙың алдағы яҡты яҙмышы мәнфәғәтендә эшләү, йәш быуын ҡатнашлығында күркәм саралар уҙғарыу мөмкинлеге ҙур.


Мәҫәлән, күптән түгел Ҡалтасыла республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, сәсәниә Розалия Солтангәрәева менән осрашыу булды. Йәш быуынға мәшһүр "Урал батыр" эпосын өйрәтеү, яттан һөйләтеү мәсьәләһе күтәрелгән һөйләшеүҙә районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте, тарихы уҡытыусылары, балалар ҡатнашты.
Күркәм сара уҡыусыларҙың сағыу сығыштарынан башланды. Балалар ҡунаҡтарҙы башҡортса ихлас сәләмләне, рухлы шиғырҙар һөйләне, күңелдәрҙе йыр-моңға күмде. Ҡалтасының 2-се мәктәбенән Ләйсән Юнысованың һоҡланғыс думбыра сыңы иһә төбәктәге башҡорт рухын тотошлай асып бирҙе кеүек. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләгәндәрҙең былтырғы район конкурсында еңгән Айгөл Баранова менән Вилена Ҡадированың сығыштары был тойғоларҙы тағы ла көсәйтеп ебәрҙе.
Йыр-моңға бай сығыштарҙан һуң Розалия Солтангәрәева йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә халыҡ педагогикаһының әһәмиәте хаҡында һөйләне, әйткәндәрен тормоштағы күренештәр, йолаларҙан миҫал килтереп дәлилләне. Сәсәниәнең балаларға "Урал батыр" эпосын өйрәтеү, ятлатыу буйынса тәҡдимдәре, фекерҙәре, "оҫталыҡ дәресе" һәр кем өсөн бик фәһемле булды. Сарала ҡатнашыусылар Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының ҡобайырҙарын да тыңлап, рухын байытты.
Артабан Ҡалтасының башҡорт теле уҡытыусылары берекмәһе етәксеһе Лилиә Дәүләтова педагогтарҙың ижад емештәре менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар шулай уҡ район гәзитенең башҡорт телендә донъя күргән "Гөлбостан" ҡушымтаһы тураһында хәбәрҙар булды.
Халыҡтың теле, мәҙәниәте, матбуғаты бар икән, уның киләсәге ышаныслы. Сарала ҡатнашҡандар был фекергә Красный Холм ауылында тағы ла бер тапҡыр инанды. Бында башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте үҙәге етәксеһе, китапханасы Рәшиҙә Шәймөхәмәтова балалар өсөн "Йәншишмә" клубын ойошторған. Уның ағзалары ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүгә оҫталығы менән һоҡландырҙы. Сығыштарҙан һуң өлкәндәр "түңәрәк өҫтәл"дә йәнле һөйләшеү үткәрҙе. "Йоҡлап йөрөмәҫкә, милләттәргә бәйле бөгөнгө ҡатмарлы мәсьәләләргә битараф ҡалмаҫҡа, ғәмле, сәмле булырға кәрәк", — тигән һүҙҙәр һәр кем тарафынан күтәреп алынды.
Рух ташып тора беҙҙең ҡалтасыларҙа, йыр-моңға ла ифрат оҫта улар! Быны осрашыуҙа балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә күрһәтте. Мәҫәлән, Миңзәлә Вәлиева Розалия Солтангәрәеваның ҡобайырҙарын яттан һөйләһә, Гөлназ Әҙеһәмова, думбырала уйнап, һәр кемдең күңеленә илһам өҫтәне.
Мәртәбәле ҡунағыбыҙ иһә башҡорт халыҡ ҡобайырҙарын, йырҙарын, мөнәжәттәрен башҡарҙы, шулай уҡ Ҡалтасыла республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең филиалын ойоштороу буйынса йыйылыш уҙғарҙы. Сарала милли матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бүленде.






Вернуться назад