"Кешене ризыҡ йөрөтә", — ти торғайны әсәйем. Шул ҡушыу буйынсалыр, заманында ике йәшлек улыбыҙҙы алып, ирем менән Обь йылғаһы буйында урынлашҡан Сорғот ҡалаһына килеп төпләндек.
Бында төрлө милләт кешеләре йәшәй. Аралашыу урыҫса булғанлыҡтан, араларында туған телен онотҡандар ҙа бар.
Үҙебеҙгә килгәндә иһә, балаларыбыҙҙың дүртеһе лә бәләкәстән башҡортса һөйләшеп үҫте. Аллаға шөкөр, барыһы ла туған телебеҙҙе яҡшы белә, милли йырҙарыбыҙҙы ярата. Урыҫтар араһында йәшәп тә, башҡорт булып үҫкәне өсөн бик һөйөнә улар.
Элек әсәйем, ҡәйнәм иҫән саҡта йәйгеһен тыуған яғыбыҙға — Баймаҡ районының Таулыҡай һәм Буранбай ауылдарына — оҙайлы ялға ҡайта торғайныҡ. Хәҙер иһә, ут алырға килгәндәй, аҙ ғына ваҡытҡа ҡайтып китәбеҙ. Ауылдаштар менән һөйләшеп, тәбиғәткә һоҡланып, һағыныуҙарҙы баҫыр өсөн бала саҡта йөрөгән юлдарҙан үтеп, иркен саф һауа һулап, ҡоштар һайрауын тыңлап, көс-ҡеүәт алабыҙ үҙебеҙгә.
2007 йылда Сорғотта Башҡортостан телевидениеһы күрһәтә башлауына ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Беҙҙең хаҡта хәстәрлек күреп, Ватаныбыҙҙағы яңылыҡтар менән танышыу, туған моңдарҙы тыңлау мөмкинлеген биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт барыһына ла! "Зәңгәр экран"дан бер мәл Өфөлә Буранбай сәсәнгә арнап уҙғарылған бик матур тамашаны ҡараныҡ, унда тыуған ауылымдан 100-гә яҡын кеше ҡатнашыуына сикһеҙ ҡыуандыҡ.
Марсель Ҡотоев, Юнир Һағынбаев, Ғаяз Ғәйетбаев, Рәмил Ҡотоев, Таһир Хәмитов, Хәбир Раев, Фәттәх, Фәннүр һәм Иҙел Аралбаевтарҙың йырҙарын, ҡурай моңон тыңларға яратам, ауылдаштарым менән сикһеҙ ғорурланам. Ғөмүмән, Буранбай таланттарға бай. Уларҙың араһында шағирҙар Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай; Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Закир Ғөбәйҙуллин, Зәкиә Хәмитова, Венера Хәмитова; Өфөләге Ә. Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаев һәм башҡалар бар.
Буранбай ауылы бик матур ерҙә урынлашҡан: тауҙар, ҡуйы урмандар, шифалы шишмәләр, бормаланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы... Ошо матурлыҡты киң күңелле, алсаҡ, эшһөйәр, талантлы кешеләр тағы ла көсәйтеп ебәрә.
Иң матур урын — эргә-тирәһе сәскәгә күмелгән ике ҡатлы мәктәптер, моғайын. Уның биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарға мәрмәрҙән обелиск ҡуйылған, фотоһүрәттәре, исемдәре яҙылған.
Тарихҡа килгәндә, мәктәп яңы бинала 1973 йылда эшләй башлай. Башланғыс кластар ғына уҡыған белем усағы аҙаҡ туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Һәр директорҙың эшен мөкиббән яратыуы, бурыстарына ифрат яуаплы ҡарауы арҡаһында Буранбай мәктәбе йылдам үҫешә, районда алдынғылар рәтенә инә. Уҡыу йорто әле лә һәр яҡлап уңышлы эшләй, белемле, уңған педагогтары, хеҙмәткәрҙәре менән дан тота. "Буранбай", "Еҙ үксә" ансамблдәре ауылыбыҙ таланттары йондоҙлоғон тулыландырырҙай йәштәрҙе үҫтерә. Ауылдаштарым спорт буйынса ла алдынғылар рәтенән төшмәй. "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр", ти халыҡ — уҡыусылар остаздарының ышанысын аҡлар, яҙа юлдан китмәҫ. Буранбай сәсән ейәндәрен тәрбиәләгән белем усағы мәңге йәшәһен!
Ситтә йәшәгәндә тыуған ереңдең ҡәҙере нығыраҡ беленә, тиҙәр. Ысынлап та, шулай. Йөрәгемдең бер өлөшөнә әйләнгән изге төйәгем, туғандарым, яҡташтарым, йырлы Һаҡмарым, шишмәләрем гелән һағындыра, ауылдаштарымдың бәләкәй генә уңыштарына ла сикһеҙ шатланып, улар өсөн ғорурланып ғүмер итәм. Күңелемә Ватанымда һалынған рухты сит ерҙә лә һаҡлай алыуым менән бәхетлемен.