Шәкәр баҫыуында шәп бара эштәр23.05.2014
Шәкәр баҫыуында шәп бара эштәр
Таҡйылға буйындағы баҫыуҙа тракторҙар берҙәм гөрләй. Улар артынан сөм-ҡара бураҙна һыҙылып ҡала. Тиҙҙән был ерҙә үҫентеләр баш ҡалҡытыр. Шәкәр “үҫәсәк” бында. Әммә “татлы тамыр” беҙҙең өҫтәлгә килеп еткәнгә ҡәҙәр әсе тир түгергә кәрәк әле.


Уйҙарыбыҙҙы “Һаумыһығыҙ!” тигән тауыш бүлде. Баҡһаң, мотоциклда елдереп килеп еткән уҙаманды ла шәйләмәгәнбеҙ. Усман крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илдар Ҡотлоюлов икән.
Хужалыҡта сөгөлдөрҙө былтырғыға ҡарағанда арттырып сәсергә булғандар – 50 гектар майҙанды тәшкил итәсәк. Бының сәбәбен фермер:
– Табышлы культура, үткән йыл сөгөлдөр һатып, апаруҡ ҡына килем алдыҡ, – тип аңлатты. – Йәнә 60 гектарҙа көнбағыш сәсәбеҙ. Уныһын Шишмә май заводына тапшырабыҙ. Арыш һәйбәт ҡышлаған.
Сәсеү эштәрен атҡарған батырҙар хаҡында һорашыуыбыҙ булды, етәксе уларҙың үҙҙәрен саҡырып алды.
– Тимербулат Солтаҡаев культивациялай, Ильяс Вәлитов сәсә, Илнур Ҡотлоюлов катуклай. Егеттәр шәп эшләй.
– Хеҙмәт хаҡы нисегерәк?
– Насар тип булмай, 20 – 25 мең һум.
– Һәйбәт.
Эше булғас, ашы ла бар тигәндәй, егеттәр йорт һала, балалар үҫтерә, Илнур исемлеһе аграр университеттың иҡтисад факультетында ситтән тороп уҡый. Киләсәктә бик кәрәкле белгес буласаҡ ул.


Вернуться назад