һалым түләүселәр иғтибарына!23.05.2014
Мөлкәткә бәйле һалым буйынса мөһим мәғлүмәт алырға, һалым белдереүҙәрен һәм уны түләү квитанцияларын үҙаллы тултырырға һәм сығарырға, физик берәмектәрҙең килеменә һалым декларацияларын тикшереүҙе күҙәтергә, һалым органдарына мөрәжәғәт итергә теләһәгеҙ, һалым хеҙмәте тәҡдим иткән www.nalog.ru сайтындағы “Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисынан файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ.
Был сервиста теркәлеү өсөн ғариза (уны инспекцияла тултырырға мөмкин), паспорт һәм ИНН тураһындағы таныҡлыҡ менән һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ошонда уҡ онлайн-ғариза биреү ҙә ҡаралған. Сервисҡа тоташыу өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы
2-се район-ара инспекцияһы.


Вернуться назад