Хаҡтарға сик ҡуйылды23.05.2014
Быйыл Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең артымы 6 проценттан юғарыраҡ булмаҫҡа тейеш.

Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән илдең айырым төбәктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙең үҙгәреү индексы раҫланды. Документ Рәсәй Хөкүмәте сайтында урынлаштырылған. Төбәк буйынса уртаса индексҡа өҫтәп, айырым муниципаль берәмектәр буйынса 6 процентлыҡ тайпылыш билдәләнде.
Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең 12 процентҡа юғарыраҡ булыуы ихтимал, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан буйынса үҫештең уртаса кимәле шул уҡ 6 проценттан артмаҫҡа тейеш. Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте айырым биләмәләр өсөн күрһәткестәрҙе билдәләйәсәк. Илебеҙҙә коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң ҙур хаҡ Яҡут (Саха) Республикаһында һәм Камчатка крайында күҙәтелә. Иң түбән индекс — Төньяҡ Осетияла.




Вернуться назад