– Алло! Һаумыһығыҙ! "Башҡортостан" гәзитенең "Ялыу кенәгәһе"ме?
– Тап шулай.
– Һеҙҙе Ейәнсура районының бер төркөм уҡытыусыһы борсой. Йыл да медицина тикшереүе үтеү өсөн беҙҙән аҡса йыялар. Ә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ул хаҡта аңлатма биреп, "тикшереүҙе бушлай үтергә тейешһегеҙ", тип тынысландырғайны.
Депутаттың һүҙенә ҡолаҡ һалыусы юҡ. Быйыл ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларға 1005 һум түләргә тигән фарман алдыҡ (ир-атҡа – 900 һум самаһы).
2013 йылда – 300 һум, 2012 йылда 250 һум түләгәйнек, быйылғыһы йәнә бер нисә тапҡырға артҡан.
Кем хаҡлы: депутатмы, әллә район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһеме?
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА яҙып алды.