Сүп-сарға күмелдек...23.05.2014
Сүп-сарға күмелдек... Аҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙе үҫтереү маҡсатындағы "Үҙ йортом" республика программаһына ярашлы, Алкин ҡасабаһында йорт алып ҡыуанғайныҡ.
Әлеге көндә йәшәгән еребеҙҙе сүп-сар күмеп барыуы эсте бошора. Ҡайһылыр "аҡыллы баш" зыярат эргәһендә контейнерҙар ҡуйҙы. Шунан башланды ла инде мәхшәр... Сүп-сарҙы башлыса тирә-яҡтағы баҡса хужалары ташлай. Ауылдаштарым Башҡортостандың Аҙ ҡатлы йорттар төҙөү идаралығына был турала әйтеп ҡараған, буғай. Мин үҙем дә ике тапҡыр Шишмә районы хакимиәт башлығының сайтына яҙып ебәрҙем.
Аҡса йыйып та, өмә үткәреп, сүп-сарҙы яндырып та ҡараныҡ. Былтыр ошондай уҡ фотоларҙы конкурсҡа ла ебәргәйнем. Ике йыл көрәшәбеҙ. Әммә бер фәтүә лә юҡ.
Машиналарына бәләкәй арба тағып алып, сүп-сарҙы әленән-әле килтереп ташлайҙар. Һиндә генә өмөт, "Башҡортостан"! Сараһын күрерһегеҙ тип ышанабыҙ.





Вернуться назад