“Башҡортостан”дың “тиҙ ярҙам”ы23.05.2014
“Башҡортостан”дың “тиҙ ярҙам”ы8-937-48-777-80

Мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу дауам итә. Беҙгә, уҡытыусыларға, ҡайҙан эш табырға? Ауылдарҙа балалар баҡсаһы ла юҡ. Фатир йә бүлмә бирһәләр, башҡа урындағы ниндәй ҙә булһа эшкә барырға әҙермен. Эш булмағас, пенсияны нисек арттырырға? Ә өҙөлгән стажды миңә берәү ҙә тергеҙмәйәсәк.
Урал аръяғы. Т.

Республикала башҡорт теле дәүләт статусына эйә. Ни өсөн һуң Башҡортостанда эшләп сығарылған әйберҙәрҙең тышына урыҫса ғына яҙалар (мәҫәлән, шырпы ҡабында). Мин башҡорт телендә рәсми мөрәжәғәт (ғариза, хат) яҙҙым икән, уға яуап фәҡәт башҡортса булырға тейеш. Дәүләт хеҙмәтендә эшләгән кешеләр иһә ике телде лә яҡшы белергә тейеш – быны законлаштырырға тәҡдим итәм.
Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик Ҡыҙрасов.

Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында юлдар бик насар, автобус менән дә үтеп булмай.
Закиров (инвалид).


Вернуться назад