Сибай ҡалаһында йәшәүсе Мәсҡүҙә менән Сарим Ғәлимовтарҙың йәштәргә өлгө күрһәтеп, ҡулға-ҡул тотоноп йәшәүенә 50 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән.
Ауыр һуғыш йылдарының тере шаһиттары, бала саҡтан аслыҡ-яланғаслыҡты, етемлекте үҙ иңдәрендә татыған геройҙарым үҫмер йылдарын тыныс ҡына һөйләй алмай. Хәтирәләрен тыңлап, “атҡа һалһаң, ат тарта алмаҫ улар күргән нужаларҙы” тигән уйға төшәһең. Мәсҡүҙә Исхаҡ ҡыҙы Ейәнсура районының Башҡорт Самаҙыһы ауылында тыуып үҫә. Атаһын нахаҡҡа ғәйепләп, өс балаһы менән һөргөнгә оҙатҡан еренән, өләсәһе ҡыҙҙы, күлдәк итәгенә йәшереп, саҡ алып ҡала. Һап-һары сәсле, ҡояш кеүек балҡып торған ейәнсәрен яратып, уға һәр саҡ “минең һарымасым” тип өндәшә. Ауылда егәрлелеге, үткерлеге менән дан алған татар өләсәһендә Мәсҡүҙәгә рәхәтләнеп йәшәргә форсат теймәй. Ҡайҙа барһалар ҙа, артынан “кулак балаһы” тигән мөһөр эйәреп йөрөй.
Мөлкәтен талап, мал-тыуарын тартып алып сыҡҡанда, ғаиләгә бер һыйыр һәм Күксәй исемле аттарын ғына ҡалдыралар. Һәүкәштәре булыуы уларға аслыҡтан иҫән-һау ҡалырға ярҙам итә. Кулак ҡатынына ла, ҡыҙҙарына ла йәшәү еңел бирелмәй, һәр ерҙә уларҙы йәберләү һәм кәмһетеү көтөп кенә тора. Шунлыҡтан мәктәпкә лә йөрөү мөмкинлеге булмай. Һуғыш башланғас, Мәсҡүҙәне лә эшкә саҡыралар. Атай-олатайҙарҙы алмаштырып, һабанға үгеҙ егеп, баҫыу буйлап йөрөгәнен әле лә тетрәнеп телгә ала инәйебеҙ.
Учалы районының Ҡужан ауылында тыуған Сарим Ярулла улының яҙмышы ла еңелдән булмай. Дүрт баланы үҙ тәрбиәһендә көткән өләсәһенә мең рәхмәтле ул. Ете класты Поляковка мәктәбендә тамамлаған үҫмерҙең яҙмышында Свердловск ҡалаһында йәшәгән алыҫ туғаны ҙур боролош яһарға ярҙам итә. Һис уйламағанда, Сарим Ғәлимов Свердловск тау институтына уҡырға инә.
Төрлө михнәттәр аша булһа ла, Мәсҡүҙә Исхаҡ ҡыҙы, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Учалы районында эш башлай. Йылдар ни тиклем генә ауыр булмаһын, йәшлек барыбер үҙенекен итә. Ялға ҡайтҡан мәлендә студент егет ауылына эшкә килгән уҡытыусы ҡыҙ менән таныша. Күп тә үтмәй, Сарим ҡыҙға тормошҡа сығырға тәҡдим яһай.
Егет ҡулына диплом алып, тыуған яҡтарына ҡайта, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эш башлай. Баш геолог булараҡ, Межозерный ятҡылығында эҙләнеү эштәре алып бара. Артабан уны Сибай ҡалаһының тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә күсерәләр. Бында ла үҙ эшенең оҫтаһы Сарим Ярулла улы етәкселегендәге коллектив ҡаланың үҫешенә тос өлөш индерә. Тап улар асҡан мәғдән ятҡылығы комбинатҡа 30 йылдан ашыу сеймал килтерә. Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте, тигәндәй, уның фиҙакәрлеге “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы” тигән маҡтаулы исем менән баһалана.
Ҡыҙҙары Луиза менән улдары Вадимға күңелдәренә ятҡан һөнәр буйынса юғары белем алырға ярҙам итә ата-әсә. Балаларының һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар, ейәнсәрҙәре үҫә. Олатай менән өләсәй улар өсөн — ныҡлы терәк. Икеһе лә күптән хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, һис тә тик ултырырға яратмайҙар. Сарим ағай баҡса эштәренән бушамай, ә Мәсҡүҙә апай өйҙә ҡул эштәре менән мәшғүл. “Илле йылдан ашыу татыу ғүмер кисереүҙең сере нимәлә?” — тигән һорауыма улар бер һүҙҙән: “Бер-береңдең ҡәҙерен белеп, аңлап йәшәүҙә, булғанына шөкөр итә белеүҙә”, — тип яуапланы.
Кәримә УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.