Журналистарға иғтибар арта23.05.2014
Йәй дауамында Башҡортостанда журналистар өсөн махсус торлаҡ программаһын эшләйәсәктәр. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ведомствоның киңәйтелгән коллегия ултырышында ошо турала белдерҙе.


— Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе әүәлгесә көнүҙәк булып ҡала, — тине Борис Николаевич. — Барыһының да баҙар хаҡы буйынса торлаҡ алырлыҡ мөмкинлеге юҡ. Әле Матбуғат агентлығы республиканың Журналистар союзы менән берлектә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеүгә йәки уларға шәхси төҙөлөш өсөн ер бүлеүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү планын төҙөй. Программаны йәй айҙарында эшләү күҙаллана.
Ултырышта бөтә республиканан баш мөхәррирҙәр, редакциялар вәкилдәре ҡатнашты. Улар баҫмаларҙың үҫеш мөмкинлектәрен, заман талап иткән үҙгәрештәрҙе тикшерҙе.
— Киң мәғлүмәт сараларынан әүҙем гражданлыҡ позицияһы, кире күренештәргә ҡаршы көрәштә ярҙам көтәләр, — тине Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Альберт Мифтахов. — Минеңсә, бындай ҡараш матбуғат баҫмаларын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Кешеләр хәҙер мәғлүмәтте күберәк электрон киң мәғлүмәт саралары, телевидение, радио аша ала. Бындай шарттарҙа материалдарҙы биреү алымын үҙгәртергә, өр-яңы ҡараш булдырырға, электрон порталдар асырға кәрәк.
— Редакциялар селтәргә сығып, шунда аҡса эшләй башларға тейеш, — тине Борис Мелкоедов. — Беҙгә Башҡортостанда кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған төп темаларҙы асыу мөһим. Бының өсөн медиаплан төҙөргә, темалар эҙләргә кәрәк.
Коллегия ултырышында “Рәсәй почтаһы”на гәзит-журнал ташыған өсөн субсидия биреүҙе туҡтатыу арҡаһында матбуғатҡа яҙылыу хаҡының ныҡ артыуы мәсьәләләре тикшерелде. Эксперттар фекеренсә, бындай шарттарҙа баҫмаларҙың тиражы шаҡтай кәмейәсәк.
Борис Мелкоедов был ҡарарҙың ҡайтанан ҡаралыуына өмөт белдерҙе, сөнки милли баҫмаларҙың, күп кенә район гәзиттәренең тейешле ярҙамһыҙ бүтәнсә сыға алмауы ихтимал.
— Тиражды һаҡлап ҡалыу өсөн матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы ябайлаштырырға кәрәк. Быны Интернет, кеҫә телефондары аша ла ойошторорға мөмкин, — тине ведомство етәксеһе.




Вернуться назад