Ярты булып тыуа ла йән, ярты булып баҡыйлыҡҡа юллана21.05.2014
Юл фажиғәһендә ҡатынын, ике балаһын юғалтҡан Юныс ауылға кеше танымаҫлыҡ хәлдә ҡайтып төштө. Быға тиклем мөхәббәтле тормош кисергән бәхетле ир, атай ине ул. Утыҙ йылдан ашыу ҡалала йәшәне, йыл да йәйге ялы ваҡытында ата-әсәһе янына килеп әйләнә, бесән, утын әҙерләп китә торғайны.

Улының иңенә ятҡан ауыр ҡайғыһынан Тәскирә әбей ҙә бөгөлөп төштө. Атаһы Ҡәйүм ҡарттың да һыҙлаған аяғын элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ һөйрәтеп атлауы хәленең мөшкөллөгөн күрһәтә ине. Бер көндө ул өй күтәрмәһендә тәмәке тартып ултырған улы янына килеп:
— Улым, Әлтәф ҡорҙаш янына барып кил. Уның һиңә әйтер һүҙе бар... — тип өндәште. Юныс ҡаршы килмәне. Бар донъяға битараф ирҙең башы тубал булып, фекере сыуалған, уйҙарының осо-ҡырыйы юҡ сағы, йәне ҡайҙалыр алыҫта: әллә күктә, әллә гүрҙә.
— Әссәләмәғәләйкүм, олатай...
— Вәғәләйкүмәссәләм, Юныс улым... Ишеттем, улым, ҡайғыңды, ишеттем... Бирешмә, үҙеңде ҡулға ал, бөгөлөп төшмә. Ҡорҙаштың һине минең эргәгә ниңә ебәреүен аңлайым... Һөйләгәндәргә ышанырһыңмы-юҡмы, мәйелең. Мин дә бит һинең хәлдә ҡалған кеше. Үҙ башынан үткәнде һөйләһен, тигәндер. Донъяла яртышар булып яралған йәндәрҙең үҙ яртыһын табып, мәңгелеккә ҡушылыуына ышанһаң, тыңла...
...Беҙ Сөйөмбикә менән Хоҙай Тәғәлә тарафынан бер-беребеҙ өсөн яратылған йәндәр инек. Ун биш йәштә үлеп ғашиҡ булдыҡ, ике йыл ғишыҡ утында дөрләп яндыҡ та, ун етелә бер бөтөнгә әйләнеп, ун йыл мөхәббәт бишегендә тирбәлдек. Балалыҡтан сығып, үҙебеҙ бала көтөр йәшкә еттек. Ҡыҙыбыҙ Гөлйемеш тыуҙы. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ. Ҡыҙыбыҙ атлап-йүгереп йөрөй башлағас, Сөйөмбикә йәнем йәнә ғоманлы булды. Әллә күҙ тейҙе беҙҙең бәхеткә, белмәйем. Ҡатынымдан да, бына-бына яҡты донъяға килер сабыйымдан да мәхрүм булдым. Сөйөмбикәм йән бирер алдынан кендек әбейе мине саҡыртты. Иҙәндә уны-быны аңламаған ҡыҙым уйнап ултыра. Шыбыр тиргә батҡан ҡатыным үтә лә ғазаплы, моңһоу, хәсрәт тулы күҙҙәрен тултырып миңә бер ҡараны ла ҡараштарын Гөлйемешкә күсерҙе, ә үҙе бер һүҙ өндәшмәй. Күрәһең, телдән ҡалған булған.
— Йәнем, һине, ҡыҙымды етем итәм, ғәфү итегеҙ. Миңә хыянат итмә, башҡаға өйләнмә, — тигән ялбарыуын аңланым уның ҡарашынан.
Ерләгәс, мулланың "ярамай" тиеүенә ҡарамай, ҡәбере янында ултырып ҡалдым. Һуғышта бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Шәйәхмәт бабай төн урталарында эргәмә килде. Ҡайҙандыр араҡы тапҡан. Ул ваҡытта беҙҙең башҡорт "шайтан һыуы"ның ни икәнен дә белмәй ине. Һүҙһеҙ генә бер көрөшкә ҡойоп бирҙе. Һыу кеүек күтәреп эстем. Сөйөмбикәмдең ҡәберен ҡосаҡлап, илап, йоҡлап киткәнмен. Иртә таңдан атайым килеп: "Ҡуй, балам, үлгән артынан үлеп булмай, түҙ, өйҙә ҡыҙың көтә", — тигәс кенә, иҫемә килдем. Аяҡтарымды көскә һөйрәп атайым артынан өйгә ҡайтып индем. Ҡыҙымды ҡосаҡлап, уның — әсәйһеҙ, үҙемдең һөйгән йәрһеҙ ҡалыуымдың ысын икәнлеген аңланым.
Юҡ, ҡустым, ул ваҡытта мин хаталанғанмын икән. Үлмәгән булған Сөйөмбикәм. Ул былтыр яҙ, муйыл гөрләп сәскә атҡан ваҡытта, 62 йәшендә вафат булды — мине ташлап китте... Эйе, эйе, улым, быны һиңә лә, башҡаларға ла аңлата алмайым. Кешеләр минән хыялый, бисура эйәләшкән, бисура ҡатын менән йәшәй икән, тип ситләште, әммә мин үҙ аңымда, тик был хәлде аңлатыр әмәлем генә юҡ. Сөйөмбикәм минең өсөн былтыр ғына үлде...
Уны ерләп ҡайтҡан көндөң иртәгәһенә таң алдынан йоҡоға талғанмын. Аҡ күлдәген кейгән, сәстәренә сулпыларын таҡҡан Сөйөмбикәм: "Әлтәф, йәнем, һин миңә хыянат итмә, өйләнмә, минең бит тәнем генә ер аҫтында, ә йәнем һеҙҙең менән", — ти, ә үҙе муйынымдан ҡыҫып ҡосаҡланы ла ирендәремдән һурып үпте. Мин, манма тиргә төшөп, уның ирендәренең йылыһын тойоп, аңлата алмаҫлыҡ хистәргә төрөнөп уянып киттем. Был төш тә, өн дә түгел һымаҡ. Ошо хис-тойғо менән төн еткерә алмай, ғазаплы көндәр үткәрҙем, әммә башҡаса Сөйөмбикәм төшөмә инмәне. Бер йыл самаһы аңҡы-тиңке булып, һағыныу-көтөүҙәр менән үтеп китте. Әсәйем: "Балам, Хоҙай шулай насип иткәндер. Һин йәшһең, өйләнергә кәрәк. Нәҫелде дауам итеү бурысы тураһында ла онотма. Ана, күрше ауылдан Зәкиә тигән ҡарт ҡыҙ һиңә тормошҡа сығырға теләй икән. Урау булһа ла, юл яҡшы, һуҡыр булһа ла, ҡыҙ яҡшы тигәндәй, нәҫеле лә арыу ғына", — тип һүҙ башланы.
Өндәшмәүемде ризалыҡ билдәһе тип, Зәкиәгә яусы ла ебәреп өлгөргәндәр. Берәү үлмәй, берәү көн күрмәй, тип ата-әсәһе риза булған. Мулла саҡыртып, ижәп уҡыттылар. Шаршау артындағы һикегә урын йәйҙеләр. Зәкиә эргәһенә ятырға тәнем дә, йәнем дә тартмай. Аяҡтарға таш бәйләгәндәрме ни! Шаршау яғына ҡарау менән Сөйөмбикәмдең ҡараштары өтөп ала. Йәнем тәнемде еңгәндә таң һарыһы беленгәйне инде.
Өсөнсө көндө, башҡаса урын булмағанлыҡтан, Зәкиә эргәһенә, һике ситенә генә, килеп яттым. Уның яғына әйләнеп ятырға итеп ҡарайым, юҡ, Сөйөмбикәнең ҡулдары тота, әйләндермәй...
Шулай өс ай үтте. Бер көндө Зәкиәнең еңгәһе килгән. "Еңгәкәйем, әсәйемдәргә әйт, алып ҡайтығыҙ мине. Әлтәфтең миңә ҡулын һалғаны ла юҡ. Арабыҙҙа – ҡәбер һалҡынлығы, гел Сөйөмбикәһе ята. Уның ятҡанын бөтә тәнем, йәнем менән һиҙәм, ҡыбырларға ла ҡурҡам. Ғәйебем булмаһа ла, ғәфү үтенәм. Минең дә бит ир ҡатыны булып, бала тапҡым, әсә булғым килгәйне. Уңмаған юлды ҡыума, тиҙәр. Яҙмышым шулай булғас..." — тип илағанын тыңлап торған әсәйем бер һүҙ өндәшмәгән. Әсәләре килеп алып ҡайтҡанда, ғәфү үтенеп, башын аҫҡа эйеп, һүҙһеҙ оҙатып ҡалған.
Шунан бирле ауылда, имеш, Әлтәфкә бисура эйәләгән, йәнен һуралыр, күпкә бармаҫ тигән һәм башҡа төрлө һүҙҙәр таралды.
Эйе, ошо көндән башлап төндә яныма Сөйөмбикә килә башланы. Күрәһең, мине өс ай буйы һынаған. Һөйөүемдең мәңгелегенә инанғас, яңғыҙ ҡалдырырға батырсылығы етмәгән. Төн етеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Беҙ, элеккесә, ир менән ҡатын булып йәшәй башланыҡ. Быны аңлатыуы мөмкин түгел.
Ике тапҡыр ҡыҙыбыҙҙы үлемдән ҡурсалап алып ҡалды Сөйөмбикәм. Беренсеһендә ҡыш көнө мәкенән ижау менән һыу алып торғанда һыуға сумдым тигәндә "әсәкәйем!" тип әйтеп тә өлгөрмәй, ул үҙенең йомшаҡ ҡулдары менән ҡыҙын тартып та ала. Икенсеһендә, ҡыҙыбыҙға ун йәштәр тирәһе булғандыр, әхирәттәре менән урманға ҡайын еләгенә барғанда аҙашып, бөтөнләй икенсе яҡҡа сығып китә. Аҙашҡанын һиҙеп, илай башлай, әсәһен саҡыра. "Илама, балаҡайым, әйҙә, минең арттан эйәр", — тип әсәһенең тауышы ҡыҙын өйгә тиклем оҙатып ҡуя.
Был хәлдән һуң ауыл халҡы миңә ҡурҡыу ҡатыш шомланып ҡарай башланы. Беҙҙең төнгө, сихри тормош дауам итте. Ул ҡыҙының туйын да, өләсәй булыу бәхетен дә кисерҙе. Килмәй торған ваҡыттарында: "Сырхаулап торам, ҡанаттарым тала башланы", — тиер ине. Мине яңғыҙ ҡалдырып, икебеҙ генә аңлаған, кисергән сихри донъянан Сөйөмбикәмдең йәне 62 йәшендә аҡҡош булып күккә осто...
Әлтәф ҡарттың һөйләгәндәрен тыңлап ултырған Юныстың тәненә ҡан йүгергәндәй булды. Ата-әсәһе йортона йән өргәндәй ҡайтып инде ул. Тимәк, үлемгә ышанмаҫҡа, һөйгәнеңдең йәнәш булыуын, уның рухын тойоп йәшәргә кәрәк.



Вернуться назад