Ҡулы белгән табыш алыр21.05.2014
Ҡулы белгән табыш алыр
“Уҡыған кеше уҡыған инде!” тигән әйтем йөрөй халыҡта. Беҙҙә ғилемле, бигерәк тә юғары белемле кеше ғүмер-ғүмергә абруйлы булды. Элегерәк һирәк кенә ауыл балаһы ҡалала ошондай белем эстәһә, хәҙер һәр береһе тиерлек бындай хоҡуғы менән файҙаланырға тырыша. Мәктәпте тамамлағас та ағым-ағым булып институтҡа йәки университетҡа йүнәләләр.

Ә артабан нимә? Кемдер тора-бара, һөнәрҙе дөрөҫ һайламағанына инанып, уҡыуын ташлай ҙа, башҡа юлдан китә. Кемдер, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтереүҙән ҡурҡып, дауам итә лә, һуңынан эшен яратмай ғына башҡарырға мәжбүр. Ә кемдер бөтөнләй уртаҡул белгес булып, эш биреүсеһенең дә, хеҙмәттәштәренең дә маҙаһына тейә, иҫәпкә бар – һанға юҡ булып йөрөй бирә.
Бөгөн торған һайын эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж арта. Дөйөм алғанда тыуым да кәмеп, ошо сәбәп арҡаһында уҡыусылар һаны ла аҙайғас, һөнәри белем биреү системаһында үҙгәртеп ҡороу, ҡулайлаштырыу процесы көнүҙәккә әйләнде. Илдәге, донъялағы иҡтисади хәл шуға этәрҙе. Хатта ҡайһы бер училище менән лицейҙарҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙлектә ҡалды. Уларҙы һаҡлап ҡалыуҙың бер юлы – оҡшаш йүнәлештәгеләрҙе берләштереү. Был юлда уҡыу йортоноң талаптарға ярашлы заманса йыһазландырылыуы, уҡытылған һөнәрҙәрҙең күплеге, белгестәрҙең әҙерлек кимәле, уларҙың иҡтисади шарттарға яраҡлаша белеүе мөһим күрһәткес булып тора. Шуға айырыуса социаль өлкә һәм агросәнәғәт ҡытлыҡ кисергән белгестәрҙе бергәләп, кәңәшләшеп әҙерләү зарур.
Ҡулы белгән табыш алырӘлеге мәлдә бигерәк тә агросәнәғәт комплексына эшсе көсө етешмәй. Йәштәр ауылда ҡалмай, сөнки унда йәшәү өсөн шарттар шәптән түгел. Эшсе һөнәренең абруйы ла түбән. Илдең ауыл хужалығы ла ҡыйынлыҡ кисергәс, ошо тармаҡ колледждары, техникумдары, лицейҙарында уҡырға теләүсе әҙ. Улар араһында аңлатыу эше алып барыу ҙа үҙағышына ҡуйылған. Шуға ла хеҙмәт баҙарындағы ысын хәл-торош тураһында күптәр аныҡ ҡына белмәй.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы 80-се һөнәрселек лицейы республиканың башланғыс һөнәри белем биреү тармағында иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе икәне барыһына ла мәғлүм. Ул 80 йыл эсендә көньяҡ-көнсығыш райондар өсөн тиҫтәләрсә мең йәш белгес әҙерләп сығарҙы. Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, бында бер юлы бер нисә һөнәр алыу мөмкинлеге булдырылған.
Уҡыу йорто, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан иғлан ителгән инновациялы белем биреү программаһы буйынса конкурста ҡатнашып, 20 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Был сумма тулыһынса матди базаны нығытыуға һәм үҙгәртеп ҡороуға тотонолған. Мәҫәлән, заманса ауыл хужалығы техникаһы, ағасты беренсел эшкәртеү комплекслы ҡорамалы, сит ил ағас эшкәртеү станоктары һатып алынған. Былар уҡыу йортона белем биреү хеҙмәттәре исемлеген киңәйтергә, баҙар талап иткән эшсе көстө сифатлыраҡ кимәлдә әҙерләргә ярҙам иткән. Матди базаны заманға яраҡлаштырыу уҡыу процесына яңы темалар, йүнәлештәр индерергә мөмкинлек биргән:
1) сит ил ауыл хужалығы машиналарының төҙөлөш үҙенсәлектәре;
2) сит ил ауыл хужалығы машиналарын техник хеҙмәтләндереүҙең йөкмәткеһе һәм регламенты;
3) ялан шарттарында ауыл хужалығы техникаһын ремонтлаған һәм хеҙмәтләндергән сервис автомобилдәрендә эшләү технологияһы;
4) баҫыу эштәрен башҡарғанда эшмәкәрлекте автоматлаштырыу элементтары;
5) өйөр йылҡысылығы;
6) ҡымыҙ яһау технологияһы;
7) солоҡсолоҡ.
Уҡыу процесына был тематик бүлектәрҙе индереү, берҙән, 80-се һөнәрселек лицейында әҙерләгән белгестәрҙең хеҙмәт баҙарында конкурентлығын арттырһа, икенсенән, уларға шәхси йүнәлештә йәки крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары төҙөп, үҙҙәренең мөмкинлектәрен тулыраҡ асырға һәм ҡулланырға ярҙам итә. Уҡыу йорто лабораторияларында, оҫтаханаларҙа грант иҫәбенә алынған заманса ҡорамалдарҙа, шулай уҡ Интернет аша электрон белем биреү сығанаҡтарына мөрәжәғәт итеп үҙаллы шөғөлләнеү ҙә тик файҙаға ғына.
Лицей тармаҡтағы алдынғы предприятиелар менән эшлекле бәйләнеш булдырған. Мәҫәлән, билдәле “Алексеевка” совхозы, “Урал аръяғы” МТС-ы, “Саллы-Профи” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – шулар иҫәбендә. Уҡыусылар уларҙа хеҙмәт практикаһы үтә. Был стратегик партнерҙар, үҙҙәренең заманса йыһазландырылған етештереү базаһында белем серҙәренә төшөнгән йәш ҡыҙҙар менән егеттәргә оҫталыҡты арттырыу мөмкинлеген булдырып, инновациялы белем биреү программаһын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.


Вернуться назад