Сталинград һаҡсыһы21.05.2014
Сталинград һаҡсыһы
Атайым Юлдашбай Дауыт улы Ҡәлимғолов, 1941 йылдың 1 декабрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкына ҡараған 3-сө эскадрон составына индерелә.

1942 йылдың яҙында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Брянск фронты менән берлектә Мәскәү эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. Ошо уҡ йылдың 1 июлендә ул башҡа хәрби берләшмәләр менән Воронеж ҡалаһы янында, Елец һәм “Касторное” станцияһы районында оборонала тора. Командованиеның бойороғона ярашлы, 294-се кавалерия полкы Малые Борки – Синий Камень тирәләй оборона тота.
2 июлдә дошман танктарҙа, самолеттарҙа, артиллерияла һәм пехотала бик ҙур өҫтөнлөк менән һөжүмгә күсә. Был көндә уларға ҡаршы тик 21-се тау кавалерия һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизиялары тора. Дошман оборона һыҙығын өҙөп, Олым йылғаһын кисеп, фашистарға ҡаршы үлемесле алыш башлана. Беҙҙең кавалерия полктары һәм артдивизионы, ҡаһармандарса һуғышып, дошманды ҙур юғалтыуҙар кисерергә мәжбүр итә. Беҙҙекеләр үҙ позицияһын юғалтмай. Шулай булһа ла, дошман 294-се кавалерия полкы подразделениеларын ҡамауға өлгәшә. Полк, һөжүмгә ташланып, ҡулсаны йырып сыға һәм дивизия яңы рубежды һаҡлауға күсә. Дошман туҡтатыла. Башҡорт кавалерия дивизияһы ла ҙур юғалтыуҙар кисерә.
Лобановка ауылы янында фашистарға ҡаршы геройҙарса һөжүм иткәндә, 294-се полк командиры майор Гәрәй Нафиҡов һәләк була. Брянск фронтының хәрби советы үҙенең бойороғо менән 1942 йылдың 30 июлендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байтаҡ яугирҙәрен наградлай.
1942 йылдың 10 июленән 9 октябргә тиклем дивизия Воронеж ҡалаһы янында оборонала тора һәм дошманды ебәрмәй.
Совет командованиеһы Сталинград ҡалаһы өсөн немецтарға ҡаршы һөжүм әҙерләй. Бының өсөн күп стратегик көс һәм резерв йәлеп ителә. Башҡа хәрбиҙәр менән берлектә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла ҙур тиҙлек менән Сталинград яғына юл ала. 1942 йылдың 19 ноябрендә беҙҙең ғәскәрҙәр һөжүмгә күсә. Ошо ҡаты һуғыштарҙа атайым яралана. Аты һәләк була. Уның эргәһендәге икенсе өйрәтелгән кавалерия аты атайыма һыбай ултырырға мөмкинлек бирә һәм яу ҡырынан алып сыға.
Яраланғанға тиклем атайым ошо дивизия составында 1942 йылдың 5 майынан дошманға ҡаршы һуғышҡан. Аҙаҡ төрлө ялан госпиталдәрендә, 1019-сы эвакогоспиталдә дауалана.
1943 йылдың 8 июнендә хәрби бурыстан бушатылып, ул тыуған яғына, Йомағужа районының (хәҙерге Мәләүез районы) Эткөсөк ауылына ҡултыҡ таяғына таянып ҡайтып төшә. Атайымды күрергә тип беҙгә күрше-күлән, таныш-тонош күпләп килде. Барыһы ла үҙҙәренең һуғыштағы яҡындары тураһында һорашырға тырышты. Атайымдың Вәғиҙә инәйгә улы Нурулланың нисек һәләк булыуы тураһында һөйләгәне әле лә иҫемдә. Ауылдашы эргәһендә генә дошман минаһы шартлай. Аңлауымса, Нурулла ағай менән атайым бер эскадронда йәки бер полкта хеҙмәт иткән.
Һуғыштан ҡайтҡас, ул оҙаҡ ҡына ҡултыҡ таяғы менән йөрөнө, һуңынан колхоз эшендә ҡатнашты, хужалыҡ рәйесе, бригадир булып эшләгәндән һуң, пенсияға сыҡҡанға тиклем төрлө эш башҡарҙы.
Ул II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм күп миҙалдар менән наградланған. Атайым 1993 йылда 85 йәшендә вафат булды. Мәләүез хәрби комиссариаты яугирҙең ҡәберенә иҫтәлекле таш ҡуйҙы.


Вернуться назад