Айыу байрамы Борон айыуға һунар бик ҙур булған. Уны туҡмап алғандар. Айыу һунарына әҙерлек шау-шыуһыҙ барған. Ауға ирҙәр күмәкләшеп сығыр булған. Һунарҙан ҡайтҡас, айыуҙы толоптай һуйғандар, йәғни ике ботонан аҫып, тиреһен ярмайынса ғына һыҙырғандар. Улай иткәндә, тырнаҡтары ла, башы ла, ҡойроғо ла бөтөн көйөнсә ҡалған. Айыу алған ерҙә майҙан яһағандар, уйнап-көлгәндәр, көрәшкәндәр.
"Айыу байрамдары" ХIХ быуат аҙағында хәҙерге Әбйәлил районы биләмәләрендә, Өсимәнде тигән урында үткәрелгән. Һунар бик уңышлы булған. Бер юлы өс-дүрт айыу һуҡҡандар. Айыуҙарҙы толоптай итеп һуйғандар, шунан тире эсенә бесән тултырып, баҫтырып ҡуйғандар. Өсимәнделәге майҙан ун биш көн буйы барған. Ат сабыштырыу, көрәш, йыр-бейеү ярыштары үткәрелгән. Бейеш батыр гел беренселекте алған. Уны Ағиҙел буйынан килгән Айсыуаҡ батыр ҙа еңә алмаған.
Был Айыутуйҙа ун биш көн буйы ошо дүрт айыу һыны баҫып торған. Һунарсылар, йырҙар йырлап, шулар тирәһендә бейешкән.
Әлфиә Ҡаҙырбаеванан
1989 йылда яҙып алынған.
Хәйбулла районы, Вәзәм ауылы.
Бейеү Ҡыҙыл буйы башҡорттары Уралға йәйләүгә сыҡҡас та, малды айыу тәләфләр булған.
Унда әле лә айыу күп. Хәҙер ҡурсаулыҡ булғас, улар белә язаға тарттырылмаҫын.
Бына шулай борон Уралға килгәс, ирҙәр йыйылышып айыу аңдыған, күпләп аулаған. Айыу алғас, йәйләүҙә байрам үткәрелгән. Борондан килгән ғәҙәт булғандыр инде, атаҡлы һунарсылар шул йыйында, айыу тиреһе бөркәнеп, айыу булып бейегән. Бер олатай һөйләгәйне, шундай һунарҙа атылған ҙур айыу тиреһен кейеп, Бейеш батыр ҙа бейегән...
Мәрфүзә Латипованан
1983 йылда яҙып алынған.
Баймаҡ районы, Муллаҡай ауылы.
("Башҡорт халыҡ ижады" китабынан).