"Минең башҡорттарым..."21.05.2014
Шулай тип, 1862 йылдан башлап тиҫтә йыл һуҙымында ҡымыҙ эсергә, һаулығын нығытырға Лев Толстой Кәрәлек йылғаһы буйына, әлеге Һамар өлкәһе Моратша, Ташбулат ауылы башҡорттарының ата-бабаһына килгән. Һөйөклө ҡатынына ул 1871 йылда ошоларҙы яҙа:

"Һыбай килеш туғаҙаҡтарға һәм бүре ояһына һунарға барҙыҡ. Һәр ваҡыттағыса, беҙ ҡурҡытып ҡына йөрөйбөҙ, ә башҡорт бүре балаһы тотто... Яңыраҡ башҡорт һыбай барғанда өс бүре күреп ҡала. Ул ҡурҡып тормайынса атынан һикереп төшә. Бүреләр уны тешләй башлаған. Башҡорт икәүһен үлтергән, ә береһен тотоп беҙгә алып килде. Атып алынған йәнлектәр әрәм була инде, ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ. Өйрәктәрҙе ашаған кеше юҡ.
Беҙҙе һәр ерҙә ҡунаҡсыл ҡаршыланылар, быны яҙып ҡына аңлатып булмай. Ҡайҙа ғына барһам да, хужа һимеҙ һарығын сала, ҙур көбө менән ҡымыҙ ҡуя: иҙәнгә балаҫ, түшәк һала, ошонда ҡунаҡтарын ултырта һәм һарығын ашап, ҡымыҙын эсеп бөтмәйенсә сығармай. Хужа ҡымыҙ бирә, ҡулдары менән тотоп (сәнскеһеҙ) ит һәм май һоғондора, уны асыуландырырға ярамай..."


Вернуться назад