Һунарсы21.05.2014
ҺунарсыҺунарсы ҡомары бөтә кешелә лә бар. Был — тәбиғи, тәбиғәт ҡанундарына буйһона. Тик бик аҙҙар ғына ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт алып, яурынына мылтығын аҫып, урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырырға йөрьәт итә. Әйткәндәй, балыҡ ҡармаҡлау ҙа һунарсылыҡҡа тиң. Хатта, белгестәр әйтеүенсә, коллекция туплаусы ла ауға сыға: бәйләнештәр булдыра, үҙенә кәрәкле хәбәр йыя, эҙләнә. Магазин кәштәләрен барлап ҡайтып, теләгенә өлгәшкәндәрҙең дә күҙәнәктәрен ошо ҡомар уйната.
Һунарсы тәбиғәт дошманы түгел. Ә аңы томаланып, уңды-һулды белмәйенсә йәнлек, ҡош атҡан, балыҡтарҙы шаңҡытып шартлатҡан, һауаны ағыулаған, урманды аяуһыҙ ҡырған бәндәләр – уның дошманы.
Һунарсылыҡ — борондан килгән кәсеп. Тик бөгөн уға ҡарата иғтибар кәмегәндәй. Ҡараш ял итеү, мауығыу рәүешен алды. Йәнлек-кейектәрҙе, ҡоштарҙы — фаунаны тейешенсә һаҡлай, йәшәтә, үрсетә алһаҡ, ул яңы йүнәлеш, хужалыҡ итеүҙең бер тармағы буласаҡ. Бөгөнгө махсус битте ата-баба йолаһын, кәсебен йәшәткәндәр, һунарсы ҡомарын йөрөткәндәр өсөн бүләк тип ҡабул итһәгеҙ ине.


Вернуться назад