Үҫеш баҫҡыстары21.05.2014
Үҫеш баҫҡыстары
«Үҫеш баҫҡыстары» исемле китапты Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 70 йыллыҡ тарихына (1944 – 2014) байҡау тип ҡарау дөрөҫ булыр, ул ошо ҙур ваҡиға уңайынан яҙылды. Был йылдарҙа уҡыу йортон 11 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ тамамланы. Күпселеге, юғары белем алып, тормошта лайыҡлы урынын тапты. 9-сы башҡорт республика мәктәбе (пансионлы) дәһшәтле һуғыш йылдарында аталары һуғышта һәләк булған етем балалар өсөн асыла. Республикабыҙҙың халыҡ мәғарифы комиссары Сәғит Әлибаев, Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Вилдан Ниғмәтйәнов, Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Сабир Ваһапов үҙҙәрен шәфҡәтле, миһырбанлы ғына түгел, алыҫҡа ҡараған, башҡорт халҡының бөгөнгөһө, киләсәге тураһында, уның милли интеллигенцияһын һәм кадрҙарын әҙерләү тураһында ҡайғыртҡан аҡыл эйәләре итеп күрһәтте.
Беренсе өлөштә 1-се мәктәп-интернаттың тарихы бирелде һәм күп кенә документаль мәғлүмәт файҙаланылды. Уҡыусы өсөн китаптың «Мәктәп тарихы — хәтирәләрҙә» исемле бүлеге фәһемле булыр тип иҫәпләйем. Бында мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусыларҙың, оҙаҡ йылдар эшләгән директорҙарҙың, уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең хәтирәләре урын тапты.
Баҫманың ҙур ғына өлөшөн «Мәктәптең сағыу шәхестәре» тигән бүлек тәшкил итә. 70 йыл эсендә мәктәпте меңдәрсә уҡыусы тамамлаған, ләкин уларҙың һәр береһе тураһында китапта айырым очерк биреп булмай, шуға күрә үҙенең тормошта лайыҡлы урынын тапҡан, республикабыҙ үҫешенә (иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф, фән, сәнғәт, сәйәсәт йүнәлештәре буйынса) тос өлөш индергән сағыу шәхестәрҙең бер өлөшө генә индерелде.


9-сы өлкә интернатлы башҡорт мәктәбе
(1944 – 1955 йылдар)

Әле һуғыш тамамланмаған, илдең ҙур ғына биләмәһе һаман да дошман ҡулында. 1943 йылдың ноябрендә ВКП(б)-ның Өлкә комитеты үҙенең ултырышында 9-сы өлкә интернатлы башҡорт мәктәбе асыу тураһында мөһим ҡарар ҡабул иткән.
Тиҙҙән Башҡортостан Халыҡ комиссарҙары советының Өфө ҡалаһының 9-сы урта мәктәбен интернатлы өлкә башҡорт урта мәктәбенә әйләндереү тураһында ҡарары донъя күрә.
Бөгөн архивтарҙа айырым граждандарҙың йә йәмәғәт ойошмаларының ошо мәктәпте асыуҙы һорап яҙған бер генә ғариза һәм мөрәжәғәте лә табылманы, шуға ла был уҡыу йортоноң тик республикабыҙ етәкселәренең инициативаһы, теләге, тырышлығы менән асылған, ойошторолған тигән фекер, ҡараш дөрөҫ булыр. Юғарыла һаналған документтарға бөгөнгө күҙлектән ҡарап, баһабыҙҙы бирәйек.
Беренсенән, етәкселәребеҙҙең (Әлибаев, Зәйнәшев, Ниғмәтйәнов, Ваһапов) ҡатмарлы заманда баш ҡалала башҡорт балалары өсөн интернатлы мәктәп асыуын ҡыйыу аҙым, хатта гражданлыҡ батырлығы тип һанап була. 1937-1938 йылдарҙағы сәйәси золом ҡорбандары — әле һәр кемдең хәтерендә. Уларҙың һәр береһен милләтселектә ғәйепләргә мөмкин булған, ләкин халҡы, уның киләсәге тураһында ҡайғыртҡан шәхестәрҙе бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа туҡтата алмаған.
Икенсенән, ул йылдарҙағы республика етәкселәре тәрән аҡылы менән айырылып торған, улар тиҫтәләрсә, йөҙәр йылдарға алға ҡарап эш иткән. Республикабыҙ уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында ғына үҫешә башлаған нефть сәнәғәтенә, башҡа тармаҡтарға, элемтә, транспортҡа, ауыл хужалығына, фәнгә белгестәр талап ителгән. Шуға алғы планға тиҙ арала һәләтле балаларҙы юғары уҡыу йорттарына әҙерләү мәсьәләһе килеп баҫҡан, милли кадрҙар кәрәк булған.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, тарихсы-ғалим, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең әсәһен хәтерләмәй, сөнки ул иртә үлеп киткән. Ул атаһы, үгәй әсәһе ҡулында, һуңынан, атаһы һуғышҡа киткәс, үгәй әсәй, ҡартәсәй, атаһының ҡустыларында йәшәй. Аҙаҡ уны өләсәһе ҡараған. 1943 йылда 9 йәшлек малай Нәбиулла Мөстәҡимов менән ауылды ташлап сығып киткән. Ҡыш буйы уның менән әсәһенең ағаһы Әхмәт олатайҙың ғаиләһендә йәшәгән. 1944 йылда ҙур ауырлыҡ менән Әнүәр 1-се Этҡолдағы балалар йортона урынлашҡан. 1949 йылдан 1951 йылға тиклем Баймаҡ балалар йортонда тәрбиәләнгән. Тиҙҙән 21 малайҙы Себер яғына ФЗО-ға ебәрергә булғандар. Ләкин уларҙың күбеһе ҡасҡан, икеһен генә Себергә ебәргәндәр. Әнүәр көс-хәл менән Өфө балалар йортона һәм 9-сы башҡорт республика мәктәбенә урынлашҡан.
Медицина һәм иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Гиппократ ордены кавалеры Әмир Шамаев ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. 1942 йылдың 11 февралендә етенсе бала – Фуат тыуыу менән аталары фронтҡа алынған. Ә инде шул уҡ йылдың 25 авгусында Сталинград һуғышында һәләк тә булған. Тиҙҙән оло ағаһы Камил фронтҡа оҙатылған, ошо уҡ йылдың октябрендә Киевты ҡотҡарыу өсөн барған һуғышта һәләк булған.
1947 йылдың мартында Әмир район Советы башҡарма комитеты ҡарары менән Өфөгә уҡырға ебәрелгән.
Күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтов (Хөсәйен Әхмәтов, Әнүәр Әсфәндиәров, Нәбиулла Мөстәҡимов — өсөһө лә Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан) ул йылдарҙа Баймаҡ балалар йортонда тәрбиәләнгән Нәбиулла Мөстәҡимовтың музыкаға һәләтен, ә икенсе етем үҫмер Рамаҙан Йәнбәковтың оҫта итеп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанын күреп, уларҙы Өфөгә уҡырға алып киткән. Н. Мөстәҡимов танылған музыкант, композитор, ә Р. Йәнбәков Башҡортостандың халыҡ артисы булып китә.
Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, кафедра мөдире Зиннәт Бикбулатовтың атаһы Төхвәтулла ағай һуғышҡа 1941 йылда алынған, башҡа ғаиләһен күрә алмаған. Әсәһе Ғәбиҙә апайҙың 1942 йылда икенсе улы тыуған, уға Ғүмәр тип исем ҡушҡандар. Ғаилә матди яҡтан бик ауыр йәшәгән. Көтмәгәндә йортҡа тағы бер бала килгән, көндәрҙең береһендә ғаиләне ашатып торған һыйыр ҡазаға осраған. Ете йәше тулғас, Зиннәт мәктәпкә барырға тейеш булған, ләкин, аяғына һәм өҫтөнә кейергә юҡлыҡтан, әсәһе уны ебәрмәгән, алдағы йылдан ғына беренсе класҡа киткән. Етенсене тамамлағас, ағаһының кәңәше буйынса Зиннәт урыҫ класына урынлашҡан, ләкин, урыҫса өйрәнгәнсе тип, уны яңынан етенсегә ултыртҡандар. Шул уҡ ваҡытта ағаһы Зиннәтте Өфөгә уҡырға ебәреүҙе юллай башлаған.
"Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке генераль директоры Салауат Ғайсин 1940 йылда тыуған. Рәсүл ете йыллыҡ мәктәбен Салауат бишле билдәләренә генә тамамлаған һәм 1955 йылдың 27 авгусында Өфөләге 9-сы мәктәпкә килгән. Әммә мәктәп директоры былай тип яуап биргән: «Учалы районынан беҙ биш бала алырға тейеш инек, бишәүҙе алдыҡ, һин — алтынсы, ала алмайбыҙ». Кәйефе ныҡ ҡырылыуға ҡарамаҫтан, ул мәғариф министрына барырға булған, ләкин министр Мәскәүҙә кәңәшмәлә булып сыҡҡан. Салауатҡа министрҙы ун көн көтөргә тура килгән. Ул ҡайтыу менән мәсьәлә ыңғай хәл ителгән.
Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, ғалим, философия фәндәре докторы, профессор Ғайса Хөсәйенов Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылынан. Әсәһе ғүмер буйы колхозда эшләгән. Атаһы үлгәс, барлыҡ тормош ауырлыҡтары әсәһенә һәм уның елкәһенә төшкән. Бәләкәйҙән Ғайса утау, тәпкеләү, һирәкләү, сөгөлдөр ҡаҙышыу эшенә йөрөгән, ат өҫтөндә һөйрәтке менән күбә тарттырған.
Ғайса Хөсәйенов мәктәптә бик яҡшы өлгәшкән. Бәләкәйҙән уҡыу менән мауыҡҡан. Китапханалағы барлыҡ китаптарҙы уҡып сыҡҡан.
Һуғыш йылдарында Ғайса әсәһенә баҫыуҙа сөгөлдөр үҫтерергә ярҙам иткән, уҡыуҙы ташларға тура килгән. Өс йыл колхозда эшләгәндән һуң Еҙем-Ҡаран мәктәбендә белем алыуын дауам иткән.
9-сы мәктәптең беренсе быуын уҡытыусыһы Мәхтүмә Яхинаның хәтирәләрендә үҙенең ике уҡыусыһы тураһында шундай мәғлүмәттәр бар (һүҙ Исхаҡовтар тураһында бара): "Улар Учалы яҡтарынан, аталары — сәйәси золом ҡорбаны, күп балалы ғаиләлә ике ир бала булған – Ҡазимир һәм Адиль. Ҡазимир бик яҡшы уҡыны, спорт буйынса республика чемпионы ине. Балалар йортонда тәрбиәләнеүсе булараҡ, ҡустыһы Адилде лә үҙе янына урынлаштырыу теләге менән “Мейәс” станцияһынан күмер тейәлгән вагонда алып килә. Ҡоромға буялып бөткән 10 йәшлек малайҙы күреп, балалар: «Әллә ҡустың негрмы?» – тип һораған. Документтары булмау сәбәпле, министр С. Әлибаевтың үҙенә инәләр. Документ урынына Ҡазимир спорт майкаһын һәм министрҙың ҡултамғаһы ҡуйылған грамотаһын күрһәтә. Күпте күргән, бөтә ғүмерен балаларға арнаған министр мәсьәләне ыңғай хәл итә".
Юғарыла тәүге йылдарҙа ҡабул ителгән уҡыусыларҙан бер нисә генә миҫал килтерҙек, мәктәпкә тик ошондай яҙмышлы ғына балалар алынған, бәлки, быларынан да ауырыраҡ хәлдә булғандары осрағандыр.
Килгән уҡыусыларҙың әҙерлектәре түбән булған. Ошо урында заманында 9-сы мәктәпте уңышлы тамамлаған Ғайса Хөсәйеновтың хәтирәләренән бер өҙөк килтереү урынлы булыр. Һүҙ Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендәге хәл тураһында бара. «Кластар ҙур булғас, һорау, белемеңде һынауы бик һирәк эләгә. Тырышһаң, үҙ алдыңа тырыш, тырышмаһаң — юҡ. Дәрестәре ул ҡәҙәре ишле түгел, көнөнә тартып-һуҙып дүрт-биш сәғәт. Уның да һәр көн тиерлек бер, хатта ике сәғәтен хәрби әҙерлек дәрестәре ала. Физика, химия, сит телдәр бөтөнләй уҡытылмай – уҡытыусылары юҡ… Шуға күрә, тураһын әйтергә кәрәк, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең һигеҙенсе класында ярым-йорто ғына белем алдым…»
Ғафури районының Еҙем-Ҡаран мәктәбе артта ҡалған мәктәптәр иҫәбендә булмаған, унан да йомшағыраҡ белем усаҡтары республикала етерлек ине ул йылдарҙа. Уҡытыусылар коллективына барына шөкөр итеп, килгән балалар менән эшләргә тура килгән.
Юғарыла әйтелгәнсә, 9-сы мәктәп 1944 йылдан алып республика башҡорт интернатлы мәктәп булып эшләй башлай, финанслау, кадрҙар менән тәьмин итеү, балалар ҡабул итеү, уҡыу программаларын һәм пландарын әҙерләү буйынса Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы уҡыу йорто булған (бөгөн дә шулай). Мәктәп алдында юғары бурыстар тороуын күҙ уңында тотоп, министрлыҡ белем усағының етәкселеге, йәғни уның директоры һәм урынбаҫарҙары тураһында ныҡ ҡайғыртҡан. 9-сы мәктәптең беренсе директоры тураһында Ғайса Хөсәйенов түбәндәге мәғлүмәттәр килтерә:
«9-сы мәктәп менән интернатына — бер директор. Ул Учалы районынан сыҡҡан Фәхри Солтанов тигән кеше. 1937 йылда был мәктәпте асышҡан һәм тәүге директоры булған кеше лә ул.
Фәхри ағай Солтанов һуғыш башланыу менән фронтҡа киткән, ҡаты яраланып, демобилизацияланып ҡайтҡас, әүәлге директор эшенә тотонған. Фәхри Солтановтан һуң мәктәп директоры булып Кәли Тереғолов эшләй.
1948 йылда Мәғариф министрлығы 9-сы мәктәптең директоры итеп Сажиҙә Зайлалованы тәғәйенләй һәм хаталанмай. Ул ете йыл эшләү дәүерендә уҡыу йортоноң абруйын ныҡ күтәрҙе: мәктәптең матди базаһы һиҙелерлек нығыны, уҡыу-уҡытыу эшенең кимәле шаҡтай күтәрелде, балаларҙың йәшәү шарттары яҡшырҙы, мәктәпте тамамлағандар юғары уҡыу йорттарына инеп торҙо, инә алмағандары эшкә урынлаштырылды. 1956 йылда Сажиҙә Зайлалова башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытырға күсә, оҙаҡ йылдар үҙенең яратҡан һөнәре буйынса эшләй".
Бынан тыш, балалар контингенты ла бик ҡатмарлы, етемдәр күп булған. Шуға күрә уҡытыусыны эшкә ҡабул иткәндә, уның белеменә генә түгел, кешелек сифаттарына ла ныҡ иғтибар ителгән.
Марат Хафизов,
мәғариф ветераны.


(Дауамы бар).


Вернуться назад