Һәр водитель руль артына ултырғанда шуны иҫендә тоторға тейеш: ул үҙенең генә түгел, башҡа кешеләрҙең дә ғүмере өсөн яуаплы. Һәр кем ошо уй менән юлға сыҡһа, юл-транспорт фажиғәләре лә, бәлки, әҙерәк булыр ине.
Юлдарҙағы аварияларға, тиҙлек режимын үтәмәү сәбәпле тыуған бәлә-ҡазаларға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында Өфөлә 25 апрелдән 5 майға тиклем “Ғүмер тиҙлектән ҡәҙерлерәк” тигән акция барғайны. Был көндәрҙә радионан темаға ярашлы социаль рекламалар тапшырылды. Билдәле булыуынса, әлеге мәғлүмәт сараһының төп аудиторияһы – автомобиль йөрөтөүселәр. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт ойошмалары ағзалары менән берлектә юл ҡағиҙәләрен, тиҙлек режимын үтәргә саҡырған байтаҡ сара үткәрҙе. Уларҙа уҡыусылар, Өфөнөң автомәктәптәре курсанттары әүҙем ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, йыл һайын донъяла юл фажиғәләренән 1,24 миллион тирәһе кеше һәләк була, Рәсәйҙә был һан – 26 500-ҙән ашыу. Ҡазаларҙың күбеһенең сәбәбе – тиҙлекте арттырыу һәм уның билдәле юл шарттарына тап килмәүе. Был йәһәттән Башҡортостанда ағымдағы йылдың беренсе кварталында 97 фажиғә теркәлгән, уларҙа 37 кеше һәләк булған, 152-һе ауыр тән йәрәхәте алған.
Машина йөрөтөүсе юлдағы барлыҡ ҡағиҙәләрҙе белергә тейеш. Ләкин уларҙы үтәү өсөн белемле булыу ғына етмәй, юғары мәҙәнилек, яуаплылыҡ, башҡаларға ҡарата ихтирамлылыҡ та – мөһим шарт. Юлға сыҡҡандарҙың һәр кемеһен өйҙә яҡындары көтә. Тиҙлек яратыусылар ошо хаҡта онотмаһын ине.