Артҡа әйләнеп, алға барып булһасы...21.05.2014
Яғанан матҡып, хәҙер инде муйынға үрелгән хәтәр сир-сырхауҙарҙы күҙ яҙҙырмабыҙмы тигән йәшертен өмөт менән, насип булһа, тыуып үҫкән яҡтарға юлға сығырға тип төйнәләбеҙ. Күлдән берсә ипле генә, икенсе сығыуға ҡабаланып иҫкән ел тынды иркенәйтеп, баш сыңҡыуҙарын осороп ебәргәндәй. Беҙҙең яҡтың ҡайындары ебәк йәшел шәлдәрен һуңлабыраҡ ябына. Ҡырҡтының тәрән үҙәктәрендәге иҫке ҡар, яҙ ҡояшынан боҫоп, йәй баштарына хәтлем ята. Мал-тыуар, йәш үләнде әлегә ялмап ала алмаһа ла, йылынған ерҙе еҫкәп, байтаҡтан инде ҡырҙа йөрөй. Ошо ваҡытта, сәхрәне уй-ҡайғыһыҙ ҡыҙырған мәхлүктәргә эйәреп, бала саҡтың юйылып бөткән эҙҙәрен ҡабаттан юллайһы килә. Һәм был ауылда яҡты донъяға күҙ асып, тормоштоң булмышы төрлө мөхиткә алып килгән һәр кем өсөн уртаҡ тойғолор.


Әбйәлил — мәғрифәтле, рухлы төбәк. Бөтә ауылдарҙа тиерлек изба-читальня тип аталған китап йорттарының ишеге яҡ күрмәгән йылдарҙың ҡабат әйләнеп ҡайтмаҫы мәғлүм булһа ла, халыҡтың һүҙгә, фекергә тартылыуы генетик кимәлдә һаҡлана ул. Йөрәгендә мөҙҙәте еткәс гөлт итер ҡуҙ һаҡланмаһа, кешеләр аң менән береккән халыҡ булыуҙан туҡтай. Хәтерегеҙҙәме, почта таратыусылар гәзит-журналды һәр йорт алдындағы текмәгә (ул саҡта йәшниктәр юҡ ине шул) ҡыҫтырып үтер ине? "Бушта" килеп китмәгән өй, биллаһи, иҫемдә ҡалмаған.
Иҫ белеп, күҙем яҙыу таный башлағандан бирле ташҡа баҫылған һүҙ менән бәйлемен. Көсөмдө, зиһенемде, Хоҙай биргән һәләтемде — бөтә ғүмеремде ваҡытлы матбуғатҡа тапшырҙым. "Ваҡытлы" тигән һүҙ, был осраҡта, бөгөн күҙ алдына пәйҙә булып, иртәгә юғала торған күренеш мәғәнәһендә йөрөмәйҙер. Мин ул һүҙгә ваҡытында, үҙ мәлендә әйтелгән һүҙ төшөнсәһен һалыр инем. Коммуникация, хәбәрләшеү, мәғлүмәт алыу саралары ифрат йылдам үҫешкән заманда йәшерәк ватандаштарыбыҙҙың техник һәм технологик яңылыҡтар менән мауығып китеүе, ғәҙәтләнгән мәғлүмәт сығанаҡтарына һауалыраҡ мөнәсәбәт күрһәтеүе ихтимал. Был үҙен һиҙҙерә лә. Ләкин һәр кемдең үҙ мәйеле, зауыҡты ихтыярһыҙлап тағып булмай.
Тармаҡта әүҙем эшләгән йылдарымдың береһендә, сираттағы кәңәшмәлә, баҫма матбуғаттың яҡын арала системалы ауырлыҡ менән осрашасағы, электрон мәғлүмәт формаларының өҫтөнлөгө уларҙы йәшәү менән юғалыу алдына ҡуясағы тураһында фаразлауымды ғәмгә еткергәйнем. Ул саҡтағы Матбуғат министрлығы түрәләре лә, хатта ҡәләмдәштәрем дә борсолоуҙарымды "публицист ағайҙың йәнә бер мыжыуы" тип ҡабул итте. Әгәр хәүефләнеүҙәрем раҫлана бармаһа һәм шик-шөбһәләремде таратырлыҡ дәлилдәр булһа, иҫке һүҙҙе яңыртып ултырыр инемме һуң?
СССР-ҙың тәүге һәм һуңғы президенты вазифаһында йөрөп ҡалған бер иптәш, ниндәй ҙә булһа ғәмәлгә ишара яһаптыр инде, "процесс пошел!" тиер ҙә йөрөр ине. Әлеге һүҙҙе матбуғат хәҙерге мәлдә кисергән регресҡа ҡарата әйткән кеше генә юҡ. Әгәр гәзит, журнал тираждары ошо юғалыу юлына төшкән икән, әлеге "процес"ты туҡтатыу әмәлдәрен күмәкләп эҙләргә кәрәк.
Подписка осоро, йәғни гәзит-журналдарға яҙылыу ваҡыты, уларҙың редакциялары өсөн яфаға әүерелде. Матбуғат эше — былай ҙа мәшәҡәтле, йырып сыҡҡыһыҙ ваҡ-төйәк менән сырмалған шөғөл. Өлкән йәштәге журналистың һүҙенә ышанырһығыҙ тип уйлайым: матбуғатты таратыу, уҡыусы күңелен ни әмәлдәр менәндер арбау редакцияла эшләгәндәрҙең төп ваҡытын ғына түгел, бәлки бөтә һәләтен, ижтиһадын, ижад ҡомарын йотоп тора. Ҡайһы бер редакциялар шул юлда уҡыусыһын төрлө мажаралы хәлдәр, имеш-мимеш, криминаль тарихтар, күҙ йәшен һығырлыҡ ваҡиғалар, башҡорт булмышына ят анекдоттар менән албырғатырға тырыша. Баҫмалар иһә идея-йөкмәтке йәһәтенән юғалтыу кисерә.
Әле 25–30 йыл әүәл ғәҙәти эш булған подписка хәҙер тотош интеллектуаль донъяға йоғонто яһарлыҡ сакраль мәғәнә алды. Әгәр төрлө дәүләттәрҙә ваҡытлы матбуғат менән уны уҡыусы араһындағы мөнәсәбәттәрҙең нисек яйланыу тәжрибәһен өйрәнеү теләге булһа, подписка, почта монополияһы, бәлки, бүтән юлдарҙы эҙләмәҫлек дәрәжәгә етмәҫ тә ине. Мәғлүмдер, гәзит-журналдарҙы һәр кешенең ҡулына шәхсән яҙҙырып таратыу традицияһы Рәсәй империяһында нығынған, совет дәүләтендә идеологик нигеҙләү алған һәм хәҙер, әүәлге алымдарҙан баш тартырға йөрьәт итмәй, яңы юлдарҙы табырға зирәклек етмәй, ошо хәлгә ҡалдыҡ.
Бәхәс юҡ, "Рәсәй почтаһы" — ваҡытлы матбуғатты уларға яҙылған кешеләргә еткереү юлында монополист. Ә мөмкинлектәрҙең бер ҡулда тупланыуы, аңлы рәүештә йә ағымға эйәреп, диктатҡа алып килә. Почта хеҙмәте — шуның сағыу миҫалы. Уның үҫә барыусы табыш алырға ынтылыуын ғәйепләп тә булмай, сөнки тармаҡ Федераль хөкүмәт тарафынан "үҙ йүнеңде үҙең ҡара" тигәнерәк фатиха алған.
Гәзит-журналдар Өфөнөң тарихи уртаһында йәшәгән беҙгә лә һуңлап килә. Ә төпкөл райондар ни хәлдә икән? Тимәк, хәбәрҙәренең ҡулланыусыға барып етеү тиҙлеге буйынса, мәҫәлән, телевидениенан былай ҙа артҡа ҡала торған гәзиттәр йәнә лә отола.
Республиканың айырым ҡалаларында һәм транспорт инфраструктураһы һәйбәт үҫешкән йыйнаҡ райондарҙа нәшер ителгән баҫмаларҙы гәзит редакциялары үҙҙәре таратыуҙы юлға һалды. Бындай тәжрибә бар. Өфөлә сыға торған гәзиттәрҙең уҡыусыға юлын тиҙләтеү, осһоҙландырыу өсөн, бәлки, ғәҙәти булмаған саралар тураһында фекерләшергә кәрәктер? Мәҫәлән, республика гәзиттәренең райондарға китә торғанын Өфөләге "Башҡортостан" гәзит-журнал комплексында ғына баҫтырыу мотлаҡмы? Хәҙерге коммуникация саралары, район, ҡалаларҙағы редакция-нәшерләү комплекстары республика гәзиттәре редакцияларынан алынған әҙер һанды, шул төбәктәге уҡыусылар һанына ҡарап, үҙҙәрендә баҫа алыр ине. Мәсьәләнең хоҡуҡи, ойоштороу, финанс-матди яҡтарын рәтләү — осона сыҡмаҫлыҡ нәмә түгел. Һәр хәлдә, эште самалап ҡарамайынса, хаталар һәм юғалтыуҙар аша үтмәйенсә, алға этеп булмай. Төҫмөрләүемсә, Матбуғат агентлығына, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса яуаплыларға, гәзит редакцияларына тотороҡлоҡтан — бығауға, бығауҙан элмәккә әйләнеп барған консервативлыҡтан ҡотолоу юлында күмәкләшеп, аныҡ маҡсатлы кәңәш тупларға кәрәк. Ысынлап та, артҡа боролған килеш алға барып булмай ҙа баһа.
...Йөрәгеңдең яртыһы шунда йәшәгән ереңә, ғәҙәттә, күҙ йәштәреңде тыймай, уйҙарыңдан уйыла-уйыла ҡайтаһың. Һөрөлөр баҫыуҙарға һабан төшөп етерме? Һыу кәмегән һайын йылғалар ниңә ярҙарына һыйышмай икән? Ауылдар һаман тынлыҡҡа сума барамы? Әсәйем йәшәп-йәшәп баҡыйлыҡҡа күскән өйгә, "Осҡон" гәзитенән бүтән, йәнә ниндәй баҫма килә? Һорауҙарым — бихисап, тормош яуаптарға ғына һаранланды.


Вернуться назад