"Рейтинг" мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге "Халыҡ рейтингы" проектына ярашлы ҙур күләмле яңы тикшеренеү һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарҙы.
Мэрҙар рейтингының тәүге төркөмөнә 100 балға тиң булған баһалау системаһы буйынса тәүге төбәк баш ҡалалары етәкселәре индерелгән. Ентеклерәк мәғлүмәтте http://russia-rating.ru/info/1530.html һылтанмаһы буйынса алырға мөмкин.
Альберт МИФТАХОВ, политолог, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары: — Күршебеҙ Ҡазанды алдынғылыҡты яулауы айҡанлы ҡотлайым. Беҙҙең Өфө лә был исемлеккә эләкте, әммә ул байтаҡҡа ҡалыша. Ошоға бәйле, минеңсә, ике күрше республика һөҙөмтәләрен сағыштырырға кәрәктер. Асылда иһә, төбәктәрҙең икәүһе лә милли, нефткә бай, өҫтәүенә күрше урынлашҡан. Баһаларҙағы айырма нимәгә бәйле һуң?
Бөгөн Ҡазан билдәле бер өҫтөнлөккә эйә, әлбиттә. 20 йыл эсендә ҡалаларҙы финанслау күләме менән танышһаҡ, күршеләргә аҡсаның байтаҡ һалыныуы күҙгә ташлана. Ҡазан Рәсәй өсөн, инвестициялар һәм төрлө халыҡ-ара саралар үткәреү өсөн асыҡ ҡала булараҡ үҫте. "Ҡазан-Татарстан" бренды күптән йәшәй. Был белгестәр, шулай уҡ халыҡ тарафынан ҡаланы ҡабул итеүгә йоғонто яһап ҡына ҡалмай, билдәле бер ыңғай стереотип, уңайлы инвестиция шарттары тыуҙыра, проблемаларҙы хәл итеүгә кешеләрҙе лә, аҡсаны ла йәлеп итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда 2010 йылға тиклем "сит-яттарға ябыҡлыҡ" концепцияһы тормошҡа ашырылды. Ваҡыт үтә килә, Ҡазандағы "асыҡ ишектәр" принцибы менән сағыштырғанда, был сәйәсәттең отошһоҙ булыуы асыҡланды.
Әле Өфөләге үҫештән тәьҫораттар бик яҡшы. Инвестициялар, уның күләме буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы — Рәсәй кимәлендә алдынғылар иҫәбендә. Был күренештең сифатын айырып билдәләргә теләйем: капитал структураһы буйынса беҙҙән сығымдың 90 проценты — шәхси инвесторҙарға, ни бары 10 проценты ғына дәүләт капиталына тура килә. Был социаль объекттарға ла ҡағыла. Тиҫтә йыл элек Башҡортостандағы инвестициялар ике-өс тиҫтә миллион доллар менән генә баһалана ине, хәҙер Өфөгә генә йөҙҙәрсә миллион тура килә. Бындай үҫеш яҡын арала Башҡортостандың баш ҡалаһын Рәсәйҙәге иң төҙөк һәм уңайлы ҡалалар иҫәбенә сығарасағына шигем юҡ.