Киоскта яҙылыу отошло ла, уңайлы ла21.05.2014
Киоскта яҙылыу  отошло ла, уңайлы ла
Баш ҡалала йәшәүсе милләттәштәрҙең күбеһе: “Башҡортостан”ды яҙҙырып уҡыр инек тә бит, тик почта насар эшләү арҡаһында ҡулыбыҙға килеп етмәй”, — тип алдырмауҙарының сәбәбен аңлата.

Әйткәндәре дөрөҫ. Үкенескә ҡаршы, Өфөлә матбуғат баҫмаларын таратыуға бәйле ауырлыҡтар бар. Шуға күрә һеҙгә йортоғоҙға йәки эшегеҙгә яҡын урынлашҡан “Өфө-матбуғат” киосктарында яҙылырға кәңәш итәбеҙ. Ул сағында үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта барып ала алаһығыҙ. Хаҡы ла күпкә арзарынаҡ буласаҡ, йәғни 6 айға — 660 һум.
Ошо юл менән яҙылып ҡарағас, ысынлап та, киоск аша алдырыуҙың отошло булыуына ышанырһығыҙ.


Вернуться назад