Республика хужалыҡтарында сәсеү эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа. Һуңғы көндәрҙә айырыуса Әлшәй, Архангел, Балаҡатай, Ҡалтасы, Тәтешле, Хәйбулла, Яңауыл райондары үҙҙәренең күрһәткесен яҡшыртыуға өлгәште. Яҙғы культураларҙың 1 377 мең гектарҙа (планға ярашлы 68 проценты) сәселгән. Республикала был эште беренселәрҙән булып Дүртөйлө, Миәкә эшсәндәре теүәлләне.
Шәкәр сөгөлдөрө орлоғо 45 мең 455 гектар майҙанда (93 процент), көнбағыш 179 мең 893 гектарҙа (84 процент) бураҙналарға һалынған.
Әйткәндәй, “татлы тамыр” сәсеүҙе иң тәүгеләрҙән булып Баймаҡ, Ғафури, Дәүләкән, Саҡмағош, Шаран, ә көнбағышты Бишбүләк, Дәүләкән, Иглин, Миәкә, Мәләүез хужалыҡтары тамамланы.