Республикабыҙ төньяҡ-көнбайышының ҡырыҫ тәбиғәте игенсене артыҡ иркәләмәй. Был яҡтарҙағы һөрөнтө ерҙең сифаты ла теләгән уңышты алыу өсөн икеләтә хеҙмәт талап итә. Ҡалтасы игенселәре дым ҡаплауҙы май баштарында тулыһынса теүәлләгән, был көндәрҙә иртә культуралар сәсеүҙе әүҙем алып бара.
Әлегә тейешле майҙандың яртыһында сәсеү тамамланған. “Заря” һәм “Восход” хужалыҡтары алдынғылар рәтендә. Шулай уҡ “Победа”, Чапаев исемендәге һәм “Дружба” ауыл хужалығы предприятиеларында ла яҙғы ҡыр эштәре тейешле кимәлдә ойошторолған. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының күбеһе үҙ баҫыуҙарында сәсеүҙе бөтөрөп тә ҡуйған.
...“Заря” хужалығының күрше Борай районына терәлеп торған 150 гектарға яҡын ерендә бойҙай сәсеүҙе тамамлап, арпа баҫыуына күсенгәндә тап иттек Аҡтуған бригадаһы механизаторы Владислав Кандиевтың сәсеү агрегатын.
— Егерме туғыҙынсы яҙымды бураҙнала ҡаршылайым, — тип үҙе менән таныштырҙы тракторсы Владислав Михайлович. — Апрель аҙаҡтарында һауа шарттары әҙерәк һағайтҡайны, әле көндәр бик матур тора. Йылы булғас, ер ҙә сағыштырмаса тиҙ өлгөрҙө. Файҙалы дым барҙа сәсеүҙе теүәлләргә ине иҫәп.
Хужалыҡтың тирмәнсеһе Алексей Әптрәев, был ҡыҙыу осорҙа эш урынын алмаштырып, сәсеүсе бурысын уңышлы башҡара. Бына ул Владислав ярҙамында орлоҡ менән сәскестәрҙе тултырып та ҡуйҙы. Күмәкләгән яу ҡайтарған шул. Әйткәндәй, әҙерләнгән орлоҡто тотҡарлыҡһыҙ келәттән килтереп торған машина рулендә вахта менән Воркута тарафтарында тир түгеп йөрөгән Николай Дмитриев икән. Әле ялда булған егеттең ауылдағы иң мөһим эштән ситтә ҡалмауы тик маҡтауға лайыҡ!
Сәсеүселәрҙең күңеле көр. Беҙҙең менән әллә ни оҙаҡ һөйләшеп торманы улар, аяҙ күктә һайраған һабан турғайы моңо аҫтында баҫыу буйлап ҡуҙғалып та китте...
Йәшел хәтфә булып йәйрәп ятҡан ялан башында торған агрегат янында туҡталабыҙ.
— Ужым арышын өҫтәлмә туҡландырыуҙы тамамлайбыҙ, — ти тракторсы Владислав Минилбаев. — Төшкә хәтлем икенсе баҫыуҙа инек, әле бындағы ике йөҙ гектарлыҡ майҙанға күстек. Ике-өс көндә эште теүәлләргә иҫәп.
Геннадий Апсаликов машинала тоҡло ашламаны келәттән ташыһа, Родион Митаев агрегатты хеҙмәтләндереүҙә эшләй. Егеттәр иртәнән киске эңергәсә — баҫыуҙа. Бөтә был эшсәндәр өсөн Алла Тимерғәлина менән Альбина Байдимирова көнөнә ике тапҡыр йылы аш әҙерләй.
— Яланға йылдағыса тулы әҙерлек менән сыҡтыҡ, — тип һөйләне аҙаҡ “Заря” хужалығы етәксеһе Аркадий Тимеркәев. — Кәрәкле техниканы төҙәтеп, яҡшылап көйләнек, яғыулыҡ, орлоҡ тейешле күләмдә бар. Сәсеү агрегаттары — тәжрибәле механизаторҙар ҡулында. Хеҙмәткә түләү шарты ла уларҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Район буйынса иғлан ителгән ярышҡа ла ҡушылғанбыҙ.
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.