70 йыл элек Ҡырым ярымутрауын немец илбаҫарҙарынан азат итеү башлана. Совет ғәскәрҙәре уны фашистарҙан һаҡлап алып ҡалған. Краснокама районы мәктәптәрендә ошо ваҡиғаға арналған саралар үткәрелде. Уҡыусыларға тарих дәресендә Ҡырымдың 1783 йылда Рәсәй составына ингән ваҡытынан алып 2014 йылдың март айында булған ваҡиғаларына тиклем тарихи белешмә бирелде.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Севастополь ҡалаһы, Ҡырым өсөн барған яуҙарҙа Краснокама районынан яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашҡан.
Быйыл апрелдә "Мәктәп даны өсөн" байрамы Ҡырымдың һәм Севастополь ҡалаһының фашистарҙан азат ителеүенә арналды. Йыл һайын был сарала уҡыу йылы барышында олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, конференцияларҙа, спорт ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән яҡшыларҙан-яҡшы уҡыусылар төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип билдәләнә.
Район мәктәптәрендә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына арналған асыҡ класс сәғәттәре уҙҙы. Өлкәнерәк уҡыусылар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 18 марттағы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тулыһынса тыңланы.
"Беҙ бергә" проектына ярашлы, мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәргә "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе ағзалары, хеҙмәт ветерандары, ауыл хакимиәте вәкилдәре саҡырыла. Ғөмүмән, районда халыҡтар дуҫлығын нығытыуға, илебеҙҙең ысын патриоттарын тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.