Һаулыҡ һаҡлауҙа — яңы етәксе21.05.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Георгий Шебаевты үҙ теләге менән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһынан бушатты. Министр вазифаһын башҡарыу уның беренсе урынбаҫары Александр Афанасьевҡа йөкмәтелде.

Александр Александрович Афанасьев 1954 йылда Калининградта тыуған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Медицина фәндәре кандидаты. 1977—2012 йылдарҙа Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында, Өфөнөң 4-се клиник бала табыу йортонда табип акушер-гинеколог, Башҡорт дәүләт медицина институтында ассистент, кафедра доценты, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер-гинекологы булып эшләгән. 2012 йылдан әлегә тиклем — республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары.


Вернуться назад