Үҙ бурысын намыҫлы башҡарҙы19.01.2012
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы идаралығы начальнигы, генерал-майор Валерий Кокин менән бәхилләшеүҙә ҡатнашты.
“Республика ауыр юғалтыу кисерҙе. Валерий Иванович ихлас, намыҫлы, изге күңелле шәхес ине. Эшендә талапсан, яуаплы булды”, — тине Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында.
Ысынлап та, ул башҡарған эш — йәмғиәттең афәтенә әүерелгән наркотиктарға ҡаршы көрәш — иң ҡатмарлыларҙың береһе булғандыр. Валерий Иванович үҙен тап ошо эшмәкәрлеккә арнаны, һуңғы һулышына тиклем бурысын намыҫлы башҡарҙы.
Ул ойошторған коллектив етәксеһенең иҫтәлеген һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уның эшен дауам итәсәк. Валерий Иванович Кокиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү хәстәрлеге күреләсәк. Республика өсөн ул ябай граждан ғына түгел, ә уның намыҫы һәм выжданы булды.
Рөстәм Хәмитов Валерий Ивановичтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.