Тынғыһыҙ заманда йәшәйбеҙ20.05.2014
Ләлә Бейешеваның “Урал бөркөттәре, өмөт һеҙҙә!” тип аталған мәҡәләһен уҡып сыҡҡандан һуң тыуған фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

Ләлә ханымдың төплө яҙмаларын ҡат-ҡат уҡыйым, ул һәр кемдең эсен бошорған мәсьәләләрҙе күтәрә. Әлеге мәҡәләһе лә мөһим темаға ҡағыла. “Ҡайҙа һеҙ, Уралым бөркөттәре?!” тигән йыр юлдары лозунгка әйләнгән ваҡыттарҙы халҡыбыҙ онотмағандыр, тик, ни өсөндөр, ҡасандыр күкрәп киреп осҡан бөркөттәребеҙҙең байтағы бөгөн ҡайҙалыр боҫто.
Эйе, тынғыһыҙ заманда йәшәйбеҙ. Әллә ниндәй алымдар уйлап табалар: тәүҙә – төбәк компоненты, унан ҡулайлаштырыу... Ошо һүҙҙәр тормошобоҙға килеп инде лә байтаҡ мәктәп, медпунктты яптырҙы. Ҡала ерендә лә табипҡа эләгеү еңел түгел, бының өсөн кәмендә аҙна-ун көн йөрөргә кәрәк. Совет власын һағынған саҡтар күп була.
Ошондай һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтырта Ләлә апай яҙмаларында һәм һәр береһендә тиерлек ил ағаларына, аҡһаҡалдарға өндәшә. Бер мәҡәләһендә республикабыҙҙың күренекле ул һәм ҡыҙҙарына һәйкәл ҡуйыу кәрәклеге хаҡында яҙҙы. Банат Батырова, Анна Чуева, Шәүәли Вахитов кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙе беҙ йәш саҡта мәктәпкә саҡырып, уҡыусылар менән осраштыра инек. Балаларҙа ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләнә ине. Хәҙер иһә уҡыусылар хеҙмәт кешеһен аңлап та, белеп тә етмәй.
Ләлә Бейешеваның “Башҡортостанды ситкә танытыу, дуҫлыҡ ептәрен нығытыу өсөн БРИКС һәм ШОС илдәре саммиттары ла кәрәк, әммә үҙең йәшәгән төбәкте, терәк булып торған халҡыңдың уй-теләген дә оноторға ярамайҙыр” тигән һүҙҙәре менән дә килешәм.



Вернуться назад