Быйыл 69-сы тапҡыр Еңеү байрамын ҡаршыланыҡ. Йылдар үтеү менән, үкенескә ҡаршы, һуғыш ветерандары сафы кәмей, улар менән бергә хәтер ҙә китә. Һуғыш тураһындағы иҫтәлектәрҙе, әлбиттә, китаптан уҡырға, киноларҙан ҡарарға мөмкин. Шулай ҙа ветерандар менән осрашып һөйләшеүгә ни етә!
Өфө ҡалаһы Киров районының 170-се балалар баҡсаһында «Уларҙың батырлығын онотмайбыҙ» тип аталған сара үтте. Кескәйҙәр янына Афған һәм Чечен һуғыштары ветераны, полиция полковнигы Фәрит Шәйхисламов килде. Һуғыш афәтен кисергән ҡунағыбыҙ был дәһшәтле яу юлында дуҫтарын юғалтыуы, уларҙың ҡаһарманлығы, һалдаттарҙың, нисек кенә ауыр булмаһын, бер-береһенә ярҙамға ашҡынып тороуы хаҡында һөйләне, балаларҙы күберәк спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы, ярҙамсыл булып үҫеүҙәрен теләне. Ә өлкән төркөмдә тәрбиәләнеүселәр, үҙ сиратында, йәнле концерт күрһәтте.
Бындай кисәләр ойоштороу кескәйҙәр өсөн бик фәһемле. Улар һуғыш хәтирәләрен һаҡлауға булышлыҡ итә.