Башҡортлоҡто юғалтмайыҡ!20.05.2014
(“Башҡортостан”, Ишбулды Әбйәлилев, “Баш”ланайыҡ, башҡорттар!”, 2012 йыл, 6 апрель)

Гәзиттә донъя күргән ошо мәҡәләлә ҡайһы бер халыҡтарҙың фамилияларында кешенең ниндәй милләткә ҡарағаны беленеп тороуы, һәм беҙгә лә шундай алымды ҡулланыу кәрәклеге хаҡында яҙылғайны.

Минеңсә, “башҡорт” һүҙенең “баш” тигән ижеген алып, уны фамилияның уртаһына ҡуйып яҙырға кәрәк. Әйтәйек, Дәүләтбирҙин – Дәүләт-баш-бирҙин, Алтынсурин – Алтын-баш-сурин, Аҡназаров – Аҡ-баш-назаров, Буранғолов – Буран-баш-ғолов. Аҡбашевҡа оҡшаш түбәндәге фамилиялар ҙа барлыҡҡа килеүе мөмкин: А-башев, Ау-башев, Ай-башев, Ал-башев, Ар-башев һәм башҡалар. Мин бында “А” хәрефенә башланған һәм берәр хәреф ҡушып яҙылғандарҙы ғына миҫал итеп килтерҙем. Шулай уҡ фамилияла булған берәй хәрефте “Б”-ға үҙгәртеп, “баш”лы фамилия яһарға мөмкин. Әйтәйек, “Алмашев”ты “Албашев” тип яҙырға була.
Ошо алымды ҡулланһаҡ, башҡорт, ниндәй илдә йәшәүенә ҡарамаҫтан, бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да үҙенең милли асылын юғалтмаясаҡ. Бында ата-әсәнең, йәмәғәтселектең, белгестәрҙең әүҙемлеге кәрәк. Һуңғыларының махсус һүҙлек сығарыуы ла мөһим.


Вернуться назад