Түрҙән уҙ, бүре!20.05.2014
Беҙҙең колхоздағы икенсе бригаданың ат һарайы тау итәгендә урынлашҡайны. Унда бөтәһе 60-70 баш йылҡы иҫәпләнде. Әсәйем ҡышын ат ҡараны, йәй баҫыуҙа эшләне.

Оҙон, һыуыҡ төндәрҙә бүреләр, аҙыҡ эҙләп, йыш ҡына ауыл тирәһендә урала ине. Улар һуғыш барған яҡтарҙан килә, шуға күбәйгәндән-күбәйә, тип һөйләне өлкәндәр. Тау башына теҙелеп ултырып, барлыҡ йән эйәһенә ҡурҡыу һалып, айға ҡарап олой торғайны бүреләр. Эттәр өрә, йыш ҡына мылтыҡ атҡан тауыш та ишетелә. Аҙаҡ йыртҡыстар ат һарайына килә башланы. Беҙҙең йорт унан йыраҡ түгел, шуға сабыш, кешнәү ишетелеп торҙо. Бүреләр уттан ҡурҡа тип, әсәйем фонарына ут ҡабыҙа ла һарайға йүгерә ине. Аҙаҡтан ул беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне: “Аттар ҡолондарын һәм үҙҙәрен бүреләрҙән һаҡлай белә. Бәләкәстәрен уртаға алып, түңәрәкләп уратып баҫалар ҙа, бүреләр килә башлаһа, уларҙы типкеләйҙәр”. Бындай хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланды.
Беҙҙең күршелә Фархисур әбей ҡыҙы Мәрйәм апай менән икәүһе генә йәшәне. Өйҙәре балсыҡтан һуғылған кирбестән һалынған, башы һалам менән ябылғайны. Мал-тыуарҙан бер баш кәзәләре генә булды. Бер төндә бүре солан башын тишеп инеп, кәзәне аҡыртып ҡыуа башлаған. Хужалар ҡаушап ҡалмаған: икәүләп мейес башына менеп, ишекте киҫәү менән төртөп асҡандар. Шул ваҡыт кәзә сабып килеп һикегә, унан хужалары янына, мейес башына, һикереп менгән. Киҫәү, табағас менән ҡоралланған кешеләрҙе күреп, бүре сығып ҡасырға мәжбүр булған. Шулай итеп, йыртҡыс, түрҙән уҙып, ризыҡһыҙ сығып киткән. Мажара хаҡында Мәрйәм апайыбыҙ былай тип һөйләне: “Бик ҡарт, тешһеҙ бүре булғандыр ул. Кәзәнең муйынын сәйнәп, еүешләп бөтөргән”.
Аттарға ла, Фархисур әбейҙең кәзәһенә лә зыян килтерә алмаған йыртҡыс бер нисә көндән аусы Нәжметдин бабайҙың ҡапҡаһы башында эленеп торҙо. “Ҡалған бүреләр уны күреп ҡурҡасаҡ, бүтән килмәйәсәк”, – тип аңлатты аусы.
Ысынлап та, ауыл тынысланды, башҡаса бүреләрҙең олоғаны ишетелмәне, эттәр ҙә төндәрен һирәк кенә өрә башланы.



Вернуться назад