Өмөттө аҡланы20.05.2014
Сочи ҡалаһында үткән Паралимпия уйындарында яҡташыбыҙ Кирилл Михайловтың ҡатнашыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ булды.

Район мәҙәниәт һарайында данлыҡлы спортсы менән осрашыу ойошторолдо. Сараны район хакимиәте башлығы Виталий Андреев асты.
Кириллдың еңеренә ышана инек, һәм ул беҙҙең өмөттө аҡланы. Әлбиттә, бының еңел бирелмәгәнлеген аңлайбыҙ. Еңеү артында – күпме күнекмә, ихтыяр көсө, борсолоу, тулҡынланыу, йоҡоһоҙ төндәр...
Паралимпия батыры спортҡа нисек килгәне тураһында һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ул Ҡайраҡ ауылында тыуып үҫкән. Өс йәшенән саңғыла йөрөгән, мәктәп йылдарында спорт менән етди шөғөлләнә башлаған, район һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшкән. IX класта Башҡортостан йәштәре араһында чемпион булған. Әммә бәлә аяҡ аҫтында ғына шул: бер көн мотоциклда китеп барғанда, егетте машина бәреп китә...
– Бик ауыр ваҡыт булды. Һөйәктәре дөрөҫ уңалмай, Кирилл йыл буйы таяҡ ярҙамында йөрөнө. Шулай ҙа бирешмәне, аяғына баҫып, кире спортҡа ҡайтты. Тренеры Әмир Ғүмәров Паралимпиадала ҡатнашырға саҡырғас, тәүҙә икеләнеп ҡалды. Халыҡтың ышанысын аҡлай алмаҫмын тип ҡурҡты, – тип һөйләне спортсының ҡатыны Лада.
Өмөттәрҙе аҡланы Кирилл Михайлов. Улай ғына ла түгел, Сочи ҡалаһында Паралимпия уйындарын ябыу тантанаһында Рәсәй флагын сығарыу хоҡуғы тап яҡташыбыҙға бирелде! Был беҙҙең өсөн икеләтә шатлыҡ булды.



Вернуться назад