Халыҡ ниндәй темаларға һыуһаған?20.05.2014
Халыҡ ниндәй темаларға һыуһаған? Йәмле яҙ айҙарында ла гәзитебеҙ почтаһына матур, йөкмәткеле хаттар күп килде. Уларҙың һәммәһе лә тиерлек донъя күрҙе һәм баҫмабыҙҙы тағы ла уҡымлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, редакция һәр хатты баҫтыра алмай. Бары тик тәрән йөкмәткеле, фәһемле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләргә генә өҫтөнлөк бирелә. Халыҡты бөгөн нимә борсой? Ауыл, ҡала, район тормошонда ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар бар? Төпкөл ауылдар нисек йәшәй? Йәмғиәт ниндәй мәғлүмәткә мохтаж, уның камил үҫеше өсөн нимәләр талап ителә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡлыҡ индергән, яуап эҙләгән мәҡәләләрҙе гәзит уҡыусыға ҙур теләк менән еткерәбеҙ. Әлбиттә, бының менән сей елкәгә тейгән ҙур проблемалар тиҙ генә хәл ителмәйәсәк. Шулай ҙа күмәкләгән – яу ҡайтарған: халыҡ тауышы, һис шикһеҙ, етди үҙгәрештәргә килтерер. Барлыҡ авторҙарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Ә хәҙер ҡайһы бер хаттарға күҙ һалып үтәйек. Даими авторҙарыбыҙҙың береһе, Белорет районы уҙаманы Нурулла Миһранов таныштары, яҡындары тураһында йылы хәбәрҙәр яҙыуын дауам итә. Мәҫәлән, бер хатында Бүздәк районында йәшәгән уҡыусыһы Мәхмүзә Хәннән ҡыҙының эшһөйәр, уңған, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән абруйлы уҡытыусы, бәхетле әсәй, өләсәй булыуы хаҡында бәйән итә һәм уны 60 йәше менән ҡотлай. Шулай уҡ 30 йылдан ашыу “Өфөкабель” заводында эшләгән, күп миҙалға, маҡтау грамоталарына лайыҡ булған Хәнифә Шәйхетдинова тураһында һоҡланып яҙа. Сираттағы яҙмаһында автор Белорет районының Александровка ауылында ҡасандыр бик матур эшләгән мәктәп менән таныштыра. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үтеү менән уҡыу йорто ябылды, ауылда бармаҡ менән генә һанарлыҡ кеше тороп ҡалды. Байтаҡ йорт-ихатаны сит-ят кешеләр һатып ала һәм дача яһай”, – тип әсенеп яҙа автор.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, гәзит быйыл өр-яңы ижади конкурстар иғлан итте: “Талантлыны данлай “Башҡортостан”, “Тыл һалдаттары”, “Өфө зирәктәре”, “Изге эшем” (“Тубырсыҡ” махсус бите), “Балыҡ һәм балыҡсы” фотоконкурсы. Һеҙҙе ошо бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Уларҙа төрлө бүләк отоу мөмкинлеге бар. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Хаттар бүлеге.


Вернуться назад