Халыҡ шағирын һанға һуҡмайҙар!20.05.2014
Яңыраҡ Өфө ҡала Советы ултырышында депутаттар 26 урамға исем биреү мәсьәләһен ҡараны. Ҡырымдың Башҡортостан шефлыҡҡа алған районы хөрмәтенә – Белогорск урамы, шулай уҡ Бәрхәт, Йүкәлек, Сәй, Мөғжизә урамдары, Көҙгө бульвар барлыҡҡа килде.

“Депутаттарға тәҡдим ителгән проектта Өфөгә бер нисек тә бәйле булмаған атамалар күрһәтелгәйне. Бынан тыш, һигеҙ урамға әллә ни билдәле булмаған шәхестәрҙең исемен биреү күҙаллана ине. Һөҙөмтәлә был атамалар хупланманы: Өмөтбаев, Хәйруллин һәм Атнабаев урынына — Дардар (Ясеневая), Япраҡлы (Лиственная), Именлек (Благополучия) урамдары барлыҡҡа килде. Атыш һәм Ташлы тыҡрыҡтары ла Алтын һәм Көҙгө тип үҙгәртелде”, — тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Ошо ерҙең төп аҫаба халҡын танырға теләмәүҙәре йөрәкте әрнетә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевты ла белмәгән кеше бар икән! Уның аҫыл шиғри әҫәрҙәрен халыҡ йотлоғоп уҡыһа, “Ул ҡайтты”, “Игеҙәктәр”, “Мөхәббәт тураһында йыр” кеүек пьесалары әле булһа театр сәхнәләрендә ҙур уңыш менән бара.
Күренекле мәғрифәтсе, дәүләт эшмәкәре, шағир Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевты ла “танымаусылар” табылған. Был наҙанлыҡмы, битарафлыҡмы, әллә тарихыбыҙҙы күрәләтә инҡар итеүме?
Республикабыҙҙың уникаль тәбиғи ҡомартҡыһы тип иҫәпләнгән Атыш шарлауығын да үҙһенмәгәндәр. Бының яуабы ла әҙер: Өфөгә бер ҡыҫылышы ла юҡ! Тик был ҡарарҙы сығарған депутаттар Өфөнөң Башҡортостандың баш ҡалаһы икәнен онотмаһын ине. Республикабыҙ именлеге, үҫеше өсөн хеҙмәт иткән шәхестәр, хозур тәбиғәтебеҙҙең иҫтәлекле урындары баш ҡалабыҙ өсөн үгәй булырға тейеш түгел. Әгәр һанап китһәң, урамдарға Харьков, Одесса, Дағстан, Грозный, Сочи, Ашхабад, Айвазовский, Сунь Ятсен, Якуб Колас кеүек исемдәрҙе биргәндә, беҙгә ҡыҫылышы юҡ, тип күпһенеп тормағандар.
Шәйехзада Бабич, Рәшит Назаров, Мөхәмәтша Буранғолов кеүек шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү тураһында матбуғатта күпме яҙып сыҡтылар. Тик кейеҙ ҡолаҡтарға халыҡ тауышын ишетеү ҡайҙа!
Ҡала Советы ултырышында ни бары өс урамды шәхес исеме менән атағандар. Шулай итеп, Инорс биҫтәһендә летчик Александр Кобелев, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең элекке генераль директоры Валерий Лесунов һәм совет әҙәбиәте классигы Михаил Шолохов исемендәге урамдар барлыҡҡа килде. Улар араһында республикала ғына түгел, илдә, донъяла дан алған башҡорт шәхестәренең исем-шәрифе күренмәүе ҡыҙғаныс.
Был хәлде нисек аңларға? Төп ерле халыҡҡа ҡарата булған һалҡын мөнәсәбәт уйға һала...


Вернуться назад