Киләсәктең именлеге мәнфәғәтендә20.05.2014
Төбәгебеҙҙең район-ҡалаларындағы мосолман һәм православие йәштәр ойошмалары, диниә назараттары вәкилдәре, дини уҡыу йорттары студенттары, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында кисә “Диндәрҙең аралашыуы — милли берҙәмлек нигеҙе” тигән республика йәштәр слеты башланды.

Йыйынға республика етәкселеге вәкилдәре, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, митрополит Никон һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған. Ғилми ойошмалар вәкилдәре менән осрашыу, секция ултырыштары, конкурстар, спорт ярыштары, концерт һәм башҡа саралар үткәреү күҙаллана. Ике көн барған сара бөгөн тамамлана.


Вернуться назад