Юл йөрөү мәҙәниәте аҡһай20.05.2014
Юл йөрөү мәҙәниәте аҡһай
Өфө ҡалаһында автомобиль юлдарын киңәйтеү башланғас, иркен тын алғайныҡ. "Ниһайәт, саҡрымдарға һуҙылған тығындарҙан ҡотоласаҡбыҙ..." Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тиҙәр бит: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә шатланғанбыҙ икән. Элек машиналар юлға нисек һыймаһа, хәҙер ҙә шул уҡ хәл, хатта артығыраҡ булмаһа әле. Ҡыҫҡаһы, быға әҙер булмай сыҡтыҡ. Юлдар тигәндән, һуңғы йылдарҙа тротуарҙы тарайтыу иҫәбенә велосипедсылар өсөн айырым һыҙаттар билдәләнде. Һөҙөмтәлә ике тәгәрмәсле "ҡорос ат"та елдереүселәргә йәшел светофор янды кеүек ине. Әммә бында ла аңлашылмаусанлыҡтар тыуып ҡына тора: улар йәйәүлеләргә оло хәүеф тыуҙыра, йәғни кешеләргә бәрелеп үтә, коляска менән йөрөүсе әсәйҙәргә юлды тарайта...

Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, велосипедсылар хәрәкәте лидерҙары Станислав Сырыгин, Раил Ғабдуллин һәм Юрий Глущенко менән осрашҡанда нәҡ ошо хаҡта һөйләште.
Юл йөрөү мәҙәниәте аҡһай– Велосипед юлы, парк хужалығы һәм асыҡ мөхит менән шөғөлләнеүсе айырым структура кәрәк, – тине Президент. – Күп илдә булдым, шуға беләм: мәҫәлән, Данияла автомобиль юлдарының бер өлөшө велосипедсыларға бүленгән, Италияла ла шул уҡ хәл. Уның ҡарауы, уларҙа махсуслаштырылған трассалар бик әҙ. Тротуарҙан да, юлдан да йөрөйҙәр. Беҙгә был алым ҡулай түгел. Рәсәйҙәге водителдәрҙә юл йөрөү мәҙәниәте юҡ кимәлендә, велосипедсыларға мөнәсәбәт хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға күрә улар өсөн махсус трасса төҙөүҙә туҡталайыҡ.
Һөйләшеүҙә "Бай-парк" төшөнсәһе лә телгә алынды. Велосипед паркын (Мәжит Ғафури исемендәге парк күҙ уңында тотола) төҙөгәндә Мордовияның баш ҡалаһы Саранскиҙың алдынғы тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк, тине Президент. Әйткәндәй, Рөстәм Хәмитов үҙе эштән һуң, бигерәк тә ял көндәрендә, велосипедта йөрөргә ярата икән.
Ҡайһы саҡта теләк мөмкинлектән алда йөрөй. Нисек кенә булмаһын, был мәсьәлә буйынса тәүге аҙымдар яһалған. Уны артабан үҫтереү, дауам итеү зарур.


Вернуться назад